Зәкиә Сөләймәнова
Беренсе Этҡол ауылы
Фәхриә әбей
Фәхриә әбей йәйҙең йәмле көнөн, бушҡа үткәрмәй бөгөндә еләккә барырға булды. Нисә йылдар кейә торғас, төҫөн юғалтып ялтырап киткән,йәтеш кәүҙәһенә күптән кәлепләнгән, еңһеҙ көртөйөн кейеп, эйәгенә төшөрөп яулығын бәйләне. Биленә иҫке дебет шәлен ураныла,йышылып,көҙгө кеүек ялтырап торған Нух заманғы биҙрәһен тотоп тышҡа сыҡты. Аяғына таймай торған, ҡытыршы табанлы ҡытай ҡатаһын эләктерҙе. Тупһаға сыҡҡас,ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйып ҡояшҡа ҡараныла,-самай ваҡыт икән-тип үҙ алдына һөйләнеп,урманға ыңғайланы.
Урман яҡын ғына,кәртәләр артында,ун минутлыҡ юл инде.Фәхриә әбей еләккә яңғыҙ ғына йөрөргә ярата, үҙе генә белгән йәшерен һуҡмаҡтарҙан, үҙе генә белгән еләклектәренә йөрөй, биҙрәһен тултырмайынса ҡайтҡаны юҡ. Ул урманға, ауыл халҡы малын ҡыуып ,көтөү киткәс, һәр кем үҙ мәшәҡәтенә сумып, ил аяғы һил булғас ҡына ыңғайлай, берәйһе күреп ҡалып эйәреп ҡуймаһын тип ҡурҡа. Әхирәте Гөлзәминә нисә тапҡыр, әллә ҡайҙан табаһың шул еләкте, минелә эйәртһәң ни була тигәненә, өндәшмәй, йылмайып ҡарай ҙа ҡуя. Әбей урман ауыҙына килеп еттелә, тәүҙә артына, шунан уң яғына, шунан һуң яғына күҙ һалды, кеше-фәлән күренмәгәс йәшерен һуҡмағына төшөп алып,йыбырлата баҫып еләклегенә атланы. Саф һауа,еләҫ урман эсе уның кәйефен күтәреп ебәрҙе.
Ауыҙ эсенән генә үҙенә генә билдәле көйҙө көйләй-көйләй күләгәле урман аҡланында, тәгәрәшеп ятҡан турғай башындай ,ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе күнәгенә йыя ла башланы. Төшкә ҡарай биҙрә тулды,ҡәнәғәт йылмайып,Фәхриә әбей биҙрәләге еләктәргә һоҡланып ҡарап торҙола, йәшел хәтфә ергә ял итергә ултырҙы. Ултырыуы булды, ҡолаҡ телефоны йыр һуҙҙы. Көртөй кеҫәһендәге булавка ҡаҙап нығытылған сотовыйын алып ҡараныла, әй, Гөлзәминә икән тип һүндерергә уйлаһала, йәшел төймәгә баҫып,әлү тигән булды, Гөлзәминә, һин ҡайҙа әхирәт,мунса яҡҡайным киләңме тигәс,ә,ярай барырмын, тип, аяғүрә баҫып телефонын һүндерҙе. Үҙенең мунсаһы юҡ шул Фәхриәнең, нисә йыл әхирәтенә йөрөй. Уныһы мунса яғылған һайын саҡырмай ҡалғаны юҡ,әйҙә-әйҙә,тамуҡ утын ҡыҙғанып ней әллә, барыбер яңғыҙ инәм тип,әйҙүкләп кенә тора, унда мунса төшөү күптән ғәҙәти хәлгә ингән.
Еләкле күнәген тотоп, әбекәй тура мунсаға инеп, хуш еҫле, мәтрүшкәле миндек менән сабынып, йыуынып алғас, арыған, тирләгән тәне еңеләйеп, майҙай ирене. Ғәҙәттәгесә Гөлзәминәгә инеп ял итергә булды ла, еләгемде күреп ҡалһа тип, инеп тормай ҡайтырға ыңғайланы. Өйөнә етәрәк, тағы телефон көй һуҙҙы, алып ҡолағына ҡуйғайны, Гөлзәминәнең, әхирәт, һин ҡайҙа, ингәнеңде күрҙем, сәй әҙерләп йөрөп сыҡҡаныңды абайламаным, тигәненә, һаранлығы менән дан алған әбекәй, һыуһап, аңҡауына йәбешкән телен саҡ ҡыбырлатып, рәхмәт, мин ҡайтып еттем инде тине.