+24 °С
Ямғыр
Бер сибәр ҡыҙға яусы килгән. Ата - әсәһе бик уңайһыҙланып ҡына: "Ҡыҙыбыҙ ялҡау бит әле. Тормош көтә алыр микән?” - тигәндәр.
" Үҙебеҙ өйрәтәбеҙ уны,"- тип ҡыҙҙы туйлап,мәһәрен түләп алып китәләр.
Бер айҙан атаһы хәл белешергә ҡоҙаларына килгән.
Барып инһә, ҡыҙы йүгереп йөрөп эшләй икән.
Атаһы ишек төбөндәге эскәмйәгә шап ултырғас,ҡыҙы атаһы янынан үтеп барышлай бышылдап атаһына кәңәш бирә:
-Атай, ҡыптыр туныңды булһа ышҡыштырып ултыр. Бында эшһеҙ торғанды яратмайҙар.
Рауза Мусина.