+24 °С
Ямғыр
Мин дә һеҙҙең ғүмер буйы янығыҙҙа тора алмам
Ҡыҙ бәхете ирҙән була - ир бәхете бир, Аллам.
Иркә үҫкән ҡыҙымды - үҙемдән дә ҡыҙғанам,
Ҡаҡмай-һуҡмай үҫтергәйнем, еңел яҙмыш бир, Аллам!
Кисәгеләй күҙ алдымда сәсең тарап үргәнем,
Эй, Хоҙайым, балаларым ҡайғы-хәсрәт күрмәһен!
Ҡарайым да ҡыҙыма - йөрәк майым һыҙыла...
Бер аҙ ғына миһырбанлы, булсы яҙмыш, ҡыҙыма?!...
Тәнзилә Йәнтилина