Ғаилә йылы
8 Март 2024, 13:42

«Балалар һауыҡһа шатланам»

«Бәпестәрҙең үҫкәнен күҙәтергә яратам. Яңы ғына тыуған сабый күҙ алдында аяҡҡа баҫа, балалар баҡсаһына барыу өсөн медицина күҙәтеүе үтә, унан мәктәпкә бара... Күҙ алдынан тотош бер ғүмер үтеп китә. Был үҙе бәхет бит ул!» – тип һүҙен башланы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының балалар консультацияһында эшләүсе педиатр Әлфиә Йәноҙаҡова.

«Балалар һауыҡһа шатланам»«Балалар һауыҡһа шатланам»
«Балалар һауыҡһа шатланам»

«Бәпестәрҙең үҫкәнен күҙәтергә яратам. Яңы ғына тыуған сабый күҙ алдында аяҡҡа баҫа, балалар баҡсаһына барыу өсөн медицина күҙәтеүе үтә, унан мәктәпкә бара... Күҙ алдынан тотош бер ғүмер үтеп китә. Был үҙе бәхет бит ул!» – тип һүҙен башланы Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһының балалар консультацияһында эшләүсе педиатр Әлфиә Йәноҙаҡова.

Әлфиә Фәнил ҡыҙы сығышы менән Баймаҡтан. Ҡаланың 2-се мәктәбендә белем ала. Ҡулына аттестат алғас, “ниндәй һөнәр һайларға икән?” тигән һорау менән башын ватмай. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетына уҡырға инә.

Студент йылдарында Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһының кардиология бүлегендә эшләй. 2015 йылда диплом алғас, “Педиатрия” һөнәре буйынса интернатурала белем ала. Баймаҡҡа Әлфиә Йәноҙаҡова иңендә ярайһы тәжрибә туплап ҡайта. Балалар консультацияһында педиатр булып хеҙмәт юлын дауам итә. Йәш белгесте ҡаланың Көньяҡ биҫтәһенә участка педиатры итеп тәғәйенләйҙәр. Бында ул сабыйҙарҙы тыуған айында уҡ күҙәтә, дауалай башлай. Шулай уҡ балаларҙың ауырыуҙарын иҫкәртеү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Вируслы, бактериаль йәки йоғошло ауырыуҙарҙы ваҡытында асыҡлай, баланың анализын баһалай. Бәпестәрҙең шулай уҡ тән тиреһен, ҡолағына, тамағына һәм танауына визуаль тикшереү үткәрә. Өҫтәмә тикшереү үткәрергә кәрәк булғанда, профилле балалар табиптарына йүнәлтмәләр ҙә бирә.

Эшенән кинәнес алып эшләгән балалар табибын бәләкәс пациенттар ҙа, уларҙың ата-әсәләре лә яратып, ихтирам итеп тора. «Беҙҙең участка педиатрыбыҙ изге күңелле, үҙ эшен белә. Уны яратабыҙ, иң мөһиме – балаларыбыҙ сирләмәһен!», «Участкабыҙҙа тап шундай яҡшы күңелле, беҙҙе аңлап торған педиатр булыуы – үҙе бәхет бит ул», – тип сиратта ултырған балаларҙың әсәләре шатлыҡтарын йәшермәйҙәр.

Әлфиә Фәнил ҡыҙы тормош иптәше Руслан менән ул үҫтерә. 

Эльмира КЕЙЕКҠУЖИНА.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас