Сирбаева Айһылыу Рәис ҡыҙы
Дыуан районы, Мәсәғүт ауылы
Ауылым лаҡаптары
4 йәштә саҡ уҡырға өйрәндем
Әхирәтемә ҡунаҡҡа килгәнбеҙ. Биш йәшлек улы шып-шыма, бер хатаһыҙ, тасуири итеп китап уҡып ултыра. Һоҡланып ҡарап торҙом да:
- Оһо, ҡалай матур уҡый! – тинем.
Әхирәтем:
- Ул өс йәшендә уҡый башланы! – тине. Улы, уҡыуынан туҡтап:
- Мин һиңә иҫәрме ни өс йәштә китап уҡып ултырырға! Өс йәштә хәрефтәрҙе генә өйрәндем, дүрт йәшемдә саҡ уҡый башланым! – тине лә, уҡыуын дауам итте.
Бөтөн өй
Утыҙ йыл элек, ауылда беҙҙең ғаилә яңы өй һалып керҙе. Мейес сығарырға әле яңы ғына мейес һала башлаған оҫтаны саҡырҙылар. Бәлки, аҡсаһын әҙерәк һорар, тип, уйлағандыр ата-әсәйем. Бер нисә көн эсендә оҫта мейесте һалып та бирҙе. Ҡыуанып яңы мейесте яғып ебәрҙек. Тик ни эшләптер төтөн мөрйәнән тышҡа сыҡмай, өйгә тулды. Әсәйем:”Тапҡанһың оҫта!”-тип атайымды әрләй. Атайым да бирешмәй:
Өй бөтөн, шуның өсөн төтөн! – тип ғорур итеп әйтте лә ҡуйҙы!
Ысынлап та, өйҙөң бөтөнлөгө төтөндөң булыуына ҡарағанда хәйерлерәк түгелме!?
Ул көндө беҙ тәҙрә-ишектәрҙе асып өйҙө еләттек. Һуңынан икенсе, ысын оҫта килеп, матур итеп мейес һалып бирҙе. Бала-саҡта булған ошо ваҡиға мине, үҫә төшкәс, тормоштағы төрлө хәлдә лә уның ыңғай яғын күрергә өйрәтте.
Бейә дағаһы
Ауылдағы тимерлеккә ир-егеттәр йыйылып, бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашып, һуңғы яңылыҡтарҙы һөйләп, шаярып-көлөп ултыралар икән. Шунда бер ағыйыбыҙ:
Егеттәр, әйтегеҙ әле, нисек малай “эшләргә”? Еңгәйегеҙ алты ҡыҙ алып ҡайтты бит! – тип кәңәш һораған. “Тәжрибәле” икенсе ауылдашыбыҙ:
Бына тағы бәпәй “эшләйем” тиһәң, мендәр аҫтына даға һал! Атты ысын ир-егет кенә тотоп дағалай ала бит!- тигән.
Бер йылдан тағы ла ауылдың ир-егеттәре тимерлектә осрашҡан. Ҡыҙға бай ағайыбыҙ:
Эй егеттәр, ни эшләп теге ваҡыт алданығыҙ инде? Бына мендәр аҫтына даға һалып, бәпәй “эшләнем”, барыбер етенсеһе лә ҡыҙ булды!- тигән. Кәңәш биргән ағайыбыҙ ҙа юғалып ҡалмаған:
Дағаһы бейәнеке булғандыр!- тип әйтеп ҡотолған.