Вилә Сарбаева (псевдоним)
Темәс ауылы
Ауыл яғына автобус 2 сәғәттән һуң ғына була икән, шулай булһа ла Сәүҙә билет алырға булды.Билет алғас, тыштағы эскәмйәгә ултырып, тирә-яҡты күҙәтә башланы. Бынау кескәй ҡыҙ оло ғына инәйҙең ҡулына сытырҙатып йәбешеп алған, үҙе алан-йолан ҡарана, ауылдан килгәндер инде тороп ҡалмайым тип ҡурҡа,шикелле, ҡыҫҡа ғына күлдәкле һылыуҡай ҡулындағы кескәй көҙгөгә күҙ йүгертепта өлгөрҙө.Көн матур,салт аяҙ төрлө ҡиәфәтле кешеләр кемдер ҡабалана, кемдер дәрәжәһен белеп кенә хәрәкәтләнә. Оҙон ғына буйлы егет ашығып автобустарҙың яҙыуҙарына күҙ һалды, йәтешерәк кәүҙәлеһе уны ҡосаҡлап алды,бик күптән күрешмәгәндар,ахыры:
-Ҡайҙа юл тоттоң, класташ, ҡасан ҡайттың?
-Минең ҡайтҡан ға бер аҙна инде, кисә һеҙгә лә барып сыҡҡайным, кәләшең генә өйҙә ине.
-Әйтәм, кәртә артынан аҡ быйма юлы үткән – тип шарҡылдап көлөп ебәрҙе икенсеһе.
Сәүҙә ҡапыл тертләп китте
Аҡ быйма юлы... Беҙҙең атайҙың һүҙҙәре бит был, онотолмаған икән шул был һүҙҙәр... Беҙҙең яҡ егеттәрелер, бәлки, туғандарҙыр, Сәүҙә шулай уйлап яндарына барырға йыйынғайны ла, егеттәр ,, Сибай,, автобусына ултырып та өлгөрҙөләр. Сәүҙәнең күҙ алдына бала сағындағы был ваҡиға килеп баҫты. Бәләкәй ине әле ул, ғаилә ҙур ғына, өлкән апай эшләй,ҙурыраҡтары интернатта уҡыйҙар, Сәүҙәнең бәләкәй булһала ике ҡустыһы бар әле. Аталары Нурғәле ағай иртәнсәктән бесән алып ҡайтырға йыйынды, теге алыҫтағы кәбәнде боҙоп алмайынса булмаҫ.Йәй көнө ташып алырға рөхсәт юҡ, ауылда бер генә трактор, тиҙ генә бушай алмаҫ, ярай аттары бар,малдар ҙа ишле генә, бесән бөтөп бара,атҡа ғына күпме бесән кәрәк. Нурғәле ағай мыҡты ғына, ныҡ ҡына ир-узаман,60-ҡа ла яҡынлай инде.Һуғышта разведчик булған,ҡаты яраланғас, хеҙмәткә яраҡһыҙ булып,ҡайтарыла, күп кенә вазифалы урында эшләгән уҡымышлы ғына үҙе.Доғаларҙы ла, медицинаны,рус телен яҡшы белһә лә күп һөйләшергә яратмай, һуғыш тураһында бөтөнләй һөйләмәй (разведчик булғанғамы) балалары ла бик төпсөнмәне.
Күп кенә кире яҡтары ла бар шул үҙенең, бер нисә тапҡыр өйләнгән, төрлө никахтан тыуған балаларын дә ситләтмәй, үҙенә һыйындырып, улары ла “атай” тип өҙөлөп торалар. Уның һуңғы ҡатыны Нәфиғә иренән 20 йәшкә кесе булып, бер-бер артлы әллә нисә бала бүләк итте инде. Тик Нурғәле бабайҙың ғүмер буйы килгән көнләшеү ауырыуы, йәш ҡатын алғас оторо көсәйеп китте. Спектаклдарҙа гел төп ролде башҡарыусы матур тауышлы, оҙон толомло, зифа буйлы Нәфига ауылдың беренсе уҡытыусыһы ине. Ниндәйҙер юлдар менән үҙенеке иткән Нәфиғәһе менән бәләкәй генә ауылда төпләнеп, итәк тулы балалар үстереп йәшәп яталар әле. Олоғайган һайын Нурғәлелә көнләшеү хисе көсәйә генә бара. Бөгөн дә алыҫтағы кәбәнде боҙоп алыуы күп ваҡытты аласаҡ инде, тип теләр-теләмәс кенә ҡуҙғалгайны,арып-талып, кискә генә ҡайтып етә алды. Әмәлгә ҡалғандай, көн урталарында уларға Изебай ағай килеп: “ Нурғәле ағай бер аҙға ғына йышҡыһын биреп тормаҫмы микән?”-тип һорағайны.
Өйҙә юҡлығын белгәс, иртәгә килермен,тип ҡайтып китте. Бесәнде бушатып, сәй эсергә ултырғас, Миҙхәт ҡустыһы яңылыҡтарҙы һөйләй ҙә башланы:
-Һин киткәс Изебай ағай килде, йышҡы һораны, беҙ бирмәнек иртәгә тағы килә.(балалы өйҙә сер ятамы инде, хәйер, сер ҙа түгел бит, өлкәндәр атайҙың холҡон белгәс,һаҡ һөйләшәләр) Сәүҙә атаһының йөҙө ҡараңгыланып киткәнен һиҙҙе.Атаһының:
-Әйтәм кәртә артынан аҡ быйма юлы үткән,-тигәнен асыҡ ишетте Сәүҙә, теш араһынан ғына тағы ниҙер әйткәйне атаһы, уныһын аңлап етмәне, әсәһенең ҙур күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрҙе лә аңғарҙы Сәүҙә. Изебай ағай ауылда аҡ быйма кейгән берҙән-бер кеше ине, аҡ быйманың юлы аҡ ҡарҙала ҡаламы икән ни, тип ғәжәпләнде Сәүҙә. Иртәнсәк кәртә артына күҙ һалды, бер ниндәй ҙә юлдар юҡ инесе. Йылдар үткәс кенә аңланы ул был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен, лаҡап булып та ҡалған икән үҙе. Автобусҡа ваҡыт та еткән икән, төрлө хәтирәләрга бирелеп, ваҡыт үткәне лә һиҙелмәгән.