Ғаилә йылы
7 Марта 2024, 15:05

Эш-мәшәҡәт мәңге бөтмәй

Зш-мәшәҡәт мәңге бөтмәй, Ғүмер үтә, ғүмер көтмәй, Иҫән саҡта күрешәйек! Тыуған яҡта йыйылайыҡ...

Туғандарҙы йыйнай бөгөн ҙур йыйын,

Күңелгә берсә рәхәт, берсә ҡыйын.

Һағыш баҫҡан күҙҙәрҙә шатлыҡ йәше,

Осрашалар туғандар: ҡарты-йәше!

Ҡушымта:

Зш-мәшәҡәт мәңге бөтмәй,

Ғүмер үтә, ғүмер көтмәй,

Иҫән саҡта күрешәйек!

Тыуған яҡта йыйылайыҡ,

(Йәмле йәйҙә йыйылайыҡ )

Туғандарҙы ололайыҡ

Хәл белешеп йөрөшәйек!

 

Донъяның йәме бит- туғандар менән,

Ил терәге, ил ныҡлығы- ғаиләнән.

Шатлыҡ – ҡайғыларҙан торған тормошто

Күтәрешер нәҫел кәрәк иң менән!

 

Өҙөлгән муйынсыҡтың бит юғала

Мәрйендәре төрлө яҡҡа һибелеп.

Юғалмайыҡ туған ептәрен өҙөп,

Бер-беребеҙгә торайыҡ өҙөлөп!

Автор:
Читайте нас