Ғаилә йылы
4 Март 2024, 12:25

Һәйкәл ҡуйырлыҡ инәйебеҙ

Ауылыбыҙҙа йәшәгән абруйлы, кешеләргә үрнәк булған оло инәйебеҙ Ғәйникамал Ниғәмәт ҡыҙы Ғазина 1934 йылдың 15 мартында Үрге Иҙрис ауылында тыуа.  

Ауылыбыҙҙа йәшәгән абруйлы, кешеләргә үрнәк булған оло инәйебеҙ Ғәйникамал Ниғәмәт ҡыҙы Ғазина 1934 йылдың 15 мартында Үрге Иҙрис ауылында тыуа.

Ишле ғаиләнең баш балаһы булараҡ кескәйҙән эшкә өйрәнеп, ныҡлыҡта һәм сыҙамлыҡта үҫә. Белемгә ынтылған зирәк ҡыҙ 4-се класты тамамлағандан һуң артабан уҡый алмай. Сөнки атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Ҡапыл ауырыуға һабышҡан әсәһе лә мәрхүмә була. 13 йәшлек Ғәйникамал 8 һәм 5 йәштәге ике ҡустыһы менән яңғыҙы тороп ҡала. Эшлекле ҡыҙ әсе күҙ йәштәре аша тормошҡа сат йәбешә. Өлкәндәр менән бер рәттән эшләгән кеүек, өҫтәүенә әтнек ҡаҙып, башаҡ, серек картуфты йыйып алып, ҡустыларын астан үлтермәҫ өсөн барыһын да эшләй. Йәй булһа, емеш-еләк, файҙалы үләндәргә һөйөнөп бөтә алмай. Ҡышҡылыҡҡа һәр саҡ муйыл киптереп һаҡлай. Буй еткергәс, туғандары уны кейәүгә бирә. Өлкән ҡустыһын Мозафар исемле ағаларына ҡалдырып, Мерәҫ ауылына Әхсән Ғазинға тормошҡа сыға.

Үҙе менән бергә бәләкәс Яҡуп ҡустыһын да ала. Яҡуп Мерәҫтә белем ала, унан электрик һөнәре ала һәм “Навил” колхозында ошо һөнәр буйынса эш башлай. Йәш Әхсән һәм Ғәйникамал балсыҡтан землянка һалып сыға. Мөхәббәт емештәре булып дүрт ҡыҙ һәм бер улдары донъяға килә. Әхсән олатай малда эшләһә, Ғәйникамал инәй үҙҙәренең эргәһендәге клубта йыйыштырыусы була. Ишле мал көтөп, яңы йорт һалып сығалар. Балаларының һәр береһен уҡытып, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Уларҙың һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, матур итеп йәшәп алып китә. Тик Әхсән ағай яңы матур өйҙә оҙаҡ йәшәй алманы шул, 64 йәшендә генә ҡаты ауырыуҙан гүр эйәһе булды.

Ғәйникамал инәйгә яҙмыш һынауҙарын күп үтергә тура килә. Матур ғына йәшәп ятҡанда ҡапыл ғына яңғыҙ улдары фажиғәле һәләк булып ҡуйҙы. Ғәйникамал инәй колхоздағы иң ауыр эштәрҙә эшләне: һарыҡ ҡырҡты, сөгөлдөр утаны, кукуруз үҫтерҙе. Ә иң мөһиме – ауыл эргәһендәге посадканы ултыртыуҙа ҡатнашҡан. Мерәҫ ауылының 24 ҡатын-ҡыҙы бөгөн дә ғорур булып үҫкән ҡарағастарҙы ултыртҡан. “Уларҙың хәҙер барыһы ла теге донъяға күсеп бөттө инде. Асия, Таңһылыу, Миңлебикә, Ҡәләмбикә, Ғәлиә, Мөнирә, Фәриға, Сәлимә, Орхия, Хәлимә, Әминә апайҙар – ысынында ла герой булдылар. Беҙҙең бригаданы Бәҙретдин ағай Байрамғолов етәкләне”, – тип күҙ йәштәре аша хәтерләйинәй.

Ғәйникамал инәй хәҙерге көндә ҡыҙы Динә менән йәшәй. Ейәндәренә күҙ-ҡолаҡ булып тора. Динә әсәһен бик яҡшы ҡарай. Өйҙәре ҡотло һәм йәмле булыуы менән айырыла. Ғәйникамал инәй ҙә ҡыҙына ярҙам итәм тип тырыша: ҡош-ҡортона ем һибә, йомортҡа йыйып ала. 90 йәшен билдәләгән инәй бик теремек булыуы менән айырыла, кешеләр менән аралашырға ярата. Һаман булһа ла бүлә-бүләсәрҙәренә ойоҡбаштар бәйләй. “Төрлө уйҙарға күмелгәнсе, бәйләм күңелде күтәрә”, – ти инәй.

Ғәйникамал инәй үҙенең балалары менән бәхетле булыуын белдерә, тормош ебәргән һынауҙарға ла зарланмай, уларҙы ҡабул итеп, лайыҡлы үткәрә алған. 7 ейән-ейәнсәр, 11 бүлә-бүләсәрен һөйөп ултырған инәй: “Иң мөһиме балаларға һуғыш, ауырлыҡты, аслыҡты кисерергә яҙмаһын”, – тип теләй.

Һуғыш йылы балалары булып һаналған быуынға ингән Ғәйникамал инәйгә һәйкәл ҡуйырлыҡ. Беҙ уны бер ҡасанда иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Олпат юбилейын билдәләгән Ғәйникамал инәй Ғазина имен-һау, бәхетле, оҙон ғүмерле булһын.
Дилбәр ХОҙАЙБИРҙИНА,
Мерәҫ ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас