Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
26 Февраль 2024, 16:10

Билдәле табип-уролог көслө заттың "көсһөҙләнеү" сәбәптәрен аңлатты

Бер кемде лә үпкәләткем килмәй, әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙа серлелек юғалды бит. Элек ете япма артында йәшерелгән мөнәсәбәттәр хәҙер телевизор аша минут һайын килеп сыға. Интернетты әйтеп тораһы ла юҡ. Ир-егеттәргә хисләнергә лә, фантазияһын эшкә ҡушырға ла кәрәкмәй, барыһы ла әп-әҙер, экран аша күрһәтелә. Шул рәүешле ир һәм ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр фаш ителеп, бар серлелек юҡҡа сыҡты. Ошо сәбәпле егеттәрҙең ҡыҙҙарға булған ҡыҙыҡһыныуы, рухи яҡтан да, енси яҡтан да, бөтөнләй һүрелә. Кемгәлер был иҫ китерлек хәл кеүек булып тойолмаҫ (көнө-төнө теләһә нәмә күрһәтеүҙәренә күнегеп бөттөк бит инде), әммә үтә асыҡлыҡ ирҙәрҙең физиологияһына кире йоғонто яһай. Бынан тыш...

Билдәле табип-уролог көслө заттың "көсһөҙләнеү" сәбәптәрен аңлаттыБилдәле табип-уролог көслө заттың "көсһөҙләнеү" сәбәптәрен аңлатты
Билдәле табип-уролог көслө заттың "көсһөҙләнеү" сәбәптәрен аңлатты

Ир-егеттәрҙең һаулығы... Был мөһим, кешелектең киләсәген хәл иткән йүнәлешкә беҙ тейешле кимәлдә иғтибар итәбеҙме? Ирҙәрҙең ғүмер оҙонлоғона ҡарап та, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн төрлө программалар эшләп тә, көслө зат күберәк ситтә тороп ҡалыуына иғтибар иткәндә лә, юҡтыр тип уйлайым. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, уникаль операциялар менән әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡарып ҡалған билдәле хирург, табип-уролог М.И. Ғүмәров менән әңгәмә ҡорабыҙ.

- Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы, әҙәм балаһының һаулығын һаҡлау закондарға һалынғанмы?

- Әлбиттә. Беҙҙең илдә РФ граждандарҙың һаулығын һаҡлау 323-сө закон аҫтында үтәлә. Ә инде балаларҙың сәләмәтлеген күҙәтеү ҡатын кеше ауырға ҡалғас та башлана. Артабан сабый тыуғас 18 йәшкә тиклем үҙенең участка педиатры ҡарамағында була.

- Шулай ҙа ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы ҡарау айырылалыр?

- Үҫмер осорона еткәс, малайҙарҙы армияға әҙерләү башлана. Ҡыҙҙар айырым программа буйынса ҡарала. Уларҙың буласаҡ әсәләр икәне иғтибарға алына.

- Ауырлы ҡатындар УЗИ-ла уҡ үҙенең малаймы-ҡыҙмы көткәнен белә. Унан алда ла “битемә сабыртмалар сыҡты, ҡыҙҙыр, ҡыҙҙар әсәнең матурлығын ала”, “токсикозым юҡ, малайҙыр” тигән күптән таралған юрауҙарға ла ышана. Ошонан сығып буласаҡ әсәнең ҡыҙ йәки малай көткәненә ҡарап туҡланыуы айырылырға тейешме? Мәҫәлән, малай икән, күберәк ит ашарға, ҡыҙ – кәнфит...

- Ауырлы ҡатындарға тәм-томдо күп ашарға тәҡдим итмәҫ инем. Үтә татлы ашау бер кешегә лә килешмәй. Ә туҡланыу, ҡыҙ балаға ауырлымы, әллә малайғамы, айырылмай. Әлбиттә, табип яҙған тейешле витаминдар, дөрөҫ туҡланыу мөһим.

- Йүргәк йыуыуҙар онотолдо, хәҙер әсәләр памперстар кейҙерә. Кемдәрҙер подгузниктарҙың малайҙар өсөн үтә хәүефле булыуын, киләсәктә уға түлһеҙлек (бесплодие) янауын әйтә. Был хаҡ һүҙәрме?

- Подгузниктар ваҡытты экономиялай, дөрөҫ ҡулланғанда гигиена талаптарын күҙәтергә ярҙам итә. Уларҙы кейҙереүҙең ваҡыты бар. Әлбиттә, тәүлектәр буйы бер подгузникты сисмәй тотоу хәүефле. Малайҙарҙың бынан енси органдары ҡыҙарыуы, шешенеүе ихтимал. Шуға күрә подгузниктарҙы тейешле ваҡытты күҙәтеп кейҙереү мөһим. Был хаҡта йәш ата-әсәләргә участка педиатрҙары аңлатыр.

- Статистик мәғлүмәттәргә ҡарамаһаң да, беҙҙең илдә ирҙәрҙең ҡатындарға ҡарағанда ғүмере ҡыҫҡа икәнен күрәбеҙ. Был ниҙән килә?

- Әлбиттә, һәр саҡ һаулыҡты хәстәрләү тәү сәбәп булып тора. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаулығын һаҡлау буйынса төрлө программалар эшләй, дәүләт кимәлендә уларҙың сәләмәтлеге иғтибар үҙәгендә. Ҡатын-ҡыҙ консультациялары, гинекология бүлектәре, гинекологтар, бала табыу йорто, шифаханаларҙа ла, башҡа дауалау йорттарында ла уларҙың табиптары бар. Ә инде ирҙәрҙең урологтан башҡа врачы юҡ. Был йүнәлештә лә беҙҙең районда өс йыл ғына эшләйем әле.

- Эйе, ир-егеттәр һаулығын үҙҙәре лә икенсе рәткә ҡуя, ауырыһа ла түҙә, өҫтәүенә нәҡ уларҙың табиптары ҙур ҡалаларҙа шәхси клиникаларҙа ғына. Үҙегеҙ әйтеп үттегеҙ, беҙҙең районда ир-егеттәрҙең һаулығы һағында әлеге ваҡытта һеҙ генә. Ә бына һеҙгә мөрәжәғәт итеп өлгөргән беҙҙең көслө заттың һаулығын нисек баһалар инегеҙ?

- Эшләйһе эштәр байтаҡ. Районда хроник сирле ир-егеттәр күп. Улары ла һирәк осраҡта табип ҡулына килеп эләгә, үҙ белдеге менән дауаланып, сәләмәтлеген тағы нығыраҡ ҡаҡшата. Ә бит күп сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлап дауалағанда, улар яңынан әйләнеп ҡайтмаҫ ине.

- Һеҙҙе борсоған тағы ниндәй проблемаға иғтибар итер инегеҙ?

- Буйҙаҡ егеттәр күбәйеп тик бара, айырылышыу һандары ла арта. Демография хәле хөрт тип әйтәбеҙ. Был ысынлап та шулай. Һәм был тотош илгә, хатта донъяға хас.

- Егеттәрҙең өйләнмәүен ниҙән күрәһегеҙ?

- Бер кемде лә үпкәләткем килмәй, әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙа серлелек юғалды бит. Элек ете япма артында йәшерелгән мөнәсәбәттәр хәҙер телевизор аша минут һайын килеп сыға. Интернетты әйтеп тораһы ла юҡ. Ир-егеттәргә хисләнергә лә, фантазияһын эшкә ҡушырға ла кәрәкмәй, барыһы ла әп-әҙер, экран аша күрһәтелә. Шул рәүешле ир һәм ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр фаш ителеп, бар серлелек юҡҡа сыҡты. Ошо сәбәпле егеттәрҙең ҡыҙҙарға булған ҡыҙыҡһыныуы, рухи яҡтан да, енси яҡтан да, бөтөнләй һүрелә. Кемгәлер был иҫ китерлек хәл кеүек булып тойолмаҫ (көнө-төнө теләһә нәмә күрһәтеүҙәренә күнегеп бөттөк бит инде), әммә үтә асыҡлыҡ ирҙәрҙең физиологияһына кире йоғонто яһай.

- Никахтарҙың тарҡалыуын нимәлә күрәһегеҙ?

- Никах ныҡ һәм үҙ-ара мөнәсәбәт бер ҡасан да һүрелмәһен өсөн беҙҙең өләсәйҙәребеҙ әйтеп ҡалдырған бик шәп аманат бар – ир һәм ҡатынға бер яҫтыҡ та, бер юрған. Ә хәҙер ниҙәр күҙәтәбеҙ? Ирҙәр генә түгел, ҡатындары ла ситкә китеп эшләй. Уларҙың аралары һыуына. Оҙаҡ ҡатын күрмәгән ирҙең дә һаулығы насарая, енси көсһөҙлөк, артабан инде түлһеҙлек менән ауырый башлай. Демографиябыҙға ныҡлап килеп һуҡтырған һәм парҙарҙы айырған төп сәбәптәрҙең береһе шулар.

- Тағы ниндәй сәбәптәрҙе атар инегеҙ?

- Енси ауырыуҙарҙың күбәйеүе. Үкенескә ҡаршы, тәртипһеҙ енси тормош алып барыусылар ҙа күбәйә. Һәм был ир-егеттәргә генә ҡағылмай. Ә бит никахта булған кешеләр бер-береһе алдында яуаплылыҡ тойорға тейеш. Енси ауырыу йоҡтороп, уны йортона алып ҡайтыусылар ҙа була. Был, беренсенән, мораль яҡтан ғаиләне ныҡ ҡаҡшата, фажиғәгә тиң була. Икенсенән, һәр енси ауырыу һаулыҡты ҡаҡшата. Ир-егеттәр бер-береһенән ишеткән ысулдар менән “дауаланып” хәлдәрен тағы ла хөртәйтә.

- Ҡыҙ балаларҙы нисек тәрбиәләү тураһында йыш ишетәбеҙ. Ә бына ғаиләлә малай донъяға килде икән...

- Һәр сабыйға ата-әсә хәстәре кәрәк. Малайҙарға ҡарата ла гигиенаны күҙәтеү, ваҡытында йыуындырыу бик мөһим. Дөрөҫ туҡландырыу, тыныс ғаилә мөхитендә үҫтереү һәр бала өсөн кәрәк.

- Һуңғы йылдарҙа малайҙарҙы сөннәткә ултыртыу йышайҙы. Был мотлаҡмы?

- Ислам дине күҙлегенән был мотлаҡ һанала. Сөнки был таҙалыҡ билдәһе тип һанала. Медицина күҙлегенән ҡарағанда был мотлаҡ түгел, әммә гигиена талаптарын күҙәтмәгән, башҡа сәбәптәр арҡаһында ауырып китеп, һуңынан сөннәтләнгән ирҙәр була.

- Әгәр кемдер улын сөннәткә ултыртырға теләһә, һеҙгә мөрәжәғәт итә аламы?

- Эйе. Бындай хеҙмәтләндереү ҡаралған, ул түләүле. Килһендәр, кәңәшләшһендәр.

- Ҡыҙ балаға: “Йылы кейенеп йөрө, билеңде асма, һыуыҡҡа ултырма, һин буласаҡ әсә бит”,-тип йыш әйтәбеҙ. Ә малайҙарҙың нисек кейенеп йөрөүе мөһимме?

- Әлбиттә. Ҡыҙҙарҙы ғына түгел, малайҙарҙы ла дөрөҫ һәм йылы итеп кейендереп өйрәтергә кәрәк. Сатлама һыуыҡта малайҙарҙы аяҡ бармаҡтарының осона ғына эләктерелгән ойоҡбаш кейеп, аяҡтарының һыуыҡтан ҡып-ҡыҙыл булып китеп барыуын йәки яҙғы куртка, йәйге кроссовки менән йөрөгәнен күреп борсолорға тура килә. Простатит тигән ауырыу хәҙер ныҡ таралды. Һәм уның төп сәбәптәренең береһе – һалҡын тейҙереү. 30 градус һыуыҡта йәйге-көҙгө кроссовки кейеп йөрөгән малайҙар ошо сиргә дусар була ла. Тәүҙә улар белмәй, аңламай. Унан ауырыу ҡатмарлаша бара. Ирҙәрҙең, бигерәк тә йәш егеттәрҙең ундай һорау менән табипҡа күренергә тартыныуын иҫәпкә алғанда, ауырыу артабан нисек аҙыуын аңлайһығыҙҙыр. Шуға күрә көслө заттың енси яҡтан көсһөҙләнеүе, түлһеҙләнеүе йышая ла инде.

- Хәҙер йәш егеттәрҙең генә түгел, ә ҡайһы бер ирҙәрҙең үтә һығып торған салбар кейеүен күрергә тура килә. Был һаулыҡҡа ниндәй йоғонто яһай?

- Әлбиттә, тик насар йоғонто. Көндәр, айҙар дауамында янбаштың, енси органдарҙың һығылып тороуы ҡанды йөрөтмәй. Түлһеҙ йәки оҙаҡ бала таба алмаған парҙарҙы тикшереү ваҡытында аталыҡ орлоғоноң әүҙемлеген тикшереү буйынса анализ алына. Һәм йылдан-йылдан ир-егеттәрҙең был анализы насарлана бара. Уға даими рәүештә һығып торған кейем кейеү ҙә, енси ауырыуҙар ҙа, һалҡын тейҙереү ҙә, коронавирус, башҡа вирустарҙы кисереү ҙә, экологияның насарайыуы ла тәьҫир итә. Өҫтәүенә, ашаған ризығыбыҙ тотош химия. Йәштәр ашаған бургер-чипсы һ.б. һаулыҡҡа зыян ғына килтерә. Тағы шуны билдәләп үткем килә, атай булырға йыйынған йәш ирҙәргә һығып торған кейемде бөтөнләй кейергә ярамай.

- Быларҙың барыһын да малайҙарға асыҡтан-асыҡ һөйләргә кәрәк бит. Әммә ата-әсәләр күп осраҡта уңайһыҙлана.

- Шәхси гигиена, енси тормош, әхлаҡи нормалар, енси мөнәсәбәттәрҙәге яуаплылыҡ тураһында малайҙарға һөйләү һәм аңлатыу мотлаҡ! Өйҙә лә, мәктәптә лә. Ул бала тәрбиәләүҙең бөр өлөшө, уңайһыҙланырлыҡ сәбәп күрмәйем. Уның ҡарауы бындай һөйләшеүҙәр балаларҙы проблемаларҙан һаҡлап ҡаласаҡ.

- Беҙҙең заман компьютер менән бәйле. Йәштәр былай ҙа уның артында сәғәттәр буйы ултыра. Егеттәрҙең һаулығына ул нисек тәьҫир итә?

- Оҙаҡ ултырыуҙан ҡан йөрөмәй. Бынан енес биҙҙәрендә проблемалар килеп тыуа, киләсәктә ул простатитҡа килтерә. Шуға күрә оҙаҡ ултырмаҫҡа, тәнәфес яһарға кәңәш итер инем.

- Ирҙәрҙең, йәш егеттәрҙең дә “Виагра” кеүек препараттарҙы үҙ белдеге менән ҡулланыуы нимәгә килтерә?

- Эйе, үкенескә ҡаршы, төрлө препараттарҙың күплеге ир-егеттәрҙе табип менән кәңәшләшмәйенсә уларҙы ҡалланыуға этәрә. Был насар, әлбиттә. Сөнки ундай препараттар – тотош химия, яһалма ҡуҙғытыу ҙа организмға бер ниндәй ҙә файҙа бирмәй. Улар ҡан баҫымын ҡапыл ғына ныҡ күтәрә, ә был үлемгә килтереүе бар. Ирҙәр өлкәнәйә бара былай ҙа юғары ҡан баҫымы, йөрәк менән яфалай, уға бындай препараттарҙы ҡулланыу бөтөнләй ярамай. Нисә йәштә булһалар ҙа, әгәр ҙә ниндәйҙер проблемалары бар икән, иң яҡшыһы килһендәр, ҡарарбыҙ, дарыуҙар ҡулланырға кәрәкме икәнлеген тикшерербеҙ.

- Ир-егеттәргә ниндәй спорт төрө файҙалы тип уйлайһығыҙ?

- Тарихыбыҙға күҙ һалырға саҡырам. Ир-егеттәр һәр саҡ һыбай, кейеҙ эйәрҙә. Балалар ҙа күп тыуған. Һыбай йөрөү күп ауырыуҙарҙы дауалай, шуға күрә хәҙер ипотерапия ныҡ үҫеште бит.

- Һәр кемдең һаулығы үҙ ҡулында булһа ла, ир-егеттәрҙең һаулығы өсөн ниндәйҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙҙар яуаплылыр...

- Әлбиттә. Ниндәй халыҡтың тарихын алып ҡараһағыҙ ҙа, бәлә килһә, иң тәүҙә ир балаларҙы һаҡлағандар. Был тоҡом һаҡлау өсөн мөһим булған. Беҙҙең халыҡта ир баланың (уның нисә йәшендә булыуына ҡарамаҫтан) юлын өлкән әбейҙәр ҙә ҡыймаған. Ошондай хөрмәтләү, иғтибар ир-егеттәрҙең абруйын күтәргән, улар үҙҙәрен кәрәкле һәм көслө итеп тойған. Ә бындай сифаттарға эйә ир-егеттәр тауҙарҙы урынынан шылдырыр, ҡаяларҙы аҡтарыр көскә эйә була.

- Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ?

- Һәр кем үҙенең һаулығына иғтибарлы булһын. Ир-егеттәр сәләмәтлеген ваҡытында хәстәрләһен ине. Килегеҙ, күренегеҙ, тартынмағыҙ. Сирҙе ваҡытында билдәләү йүнәлеү ваҡытын да тиҙләтер.

- Төплө әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Миңлеғәле Ишмөхәмәт улы. Ир-егеттәребеҙ һеҙҙең кәңәштәргә ҡолаҡ һалыр, тип ышанайыҡ.

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас