Ғаилә йылы
26 Февраль 2024, 08:45

Бик тәмле тары ҡоймағы

Тары ҡоймағы ла бик тәмле була. Бер өйрәнеп алғанда, өҫтәлегеҙҙән өҙөлмәҫ.  Тәмле булһын!

Бик тәмле тары ҡоймағыБик тәмле тары ҡоймағы
Бик тәмле тары ҡоймағы

Бер стакан тары ярмаһына 3 стакан һыу ҡойоп, иҙелеп кенә торған бутҡа бешерәбеҙ. Ярты стакан һөткә 1-2 аш ҡалағы шәкәр, бер сәй ҡалағы әсетке, он һалып, 30 минут әсетергә лә, бутҡаға ошо массаны, өс йомортҡаны, ярты стакан һөт, 2 стакан он,тоҙ ҡушып, тағы ҡабартып алабыҙ.  Ике сәғәттән ҡоймаҡты бешерәбеҙ. Тәмле булһын!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас