Мөхәббәт. Күңелдәрҙе илерткәндә, тилерткән дә тойғо бит ул. Тап ошо хискә арнап кем генә шиғыр яҙмаған, йыр сығармаған. Нимә ул мөхәббәт? Мөхәббәт – ул бер-береһен һөйгәндәрҙең хис тойғоһо. Һөйөү йәреңә лә, балаңа ла, ата-әсәйеңә лә, йәшәгән төбәгеңә лә, һөйләшкән телеңә лә ҡарата була. Бөгөн беҙ әңгәмәләшкән геройыбыҙ күптәргә таныш. Тап Ғашиҡтар көнөндә беҙ бәхетле мөхәббәт тураһында йырҙар ижад итеүсе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, башҡорт эстрадаһының популяр йырсыһы, күп йырҙар авторы һәм башҡарыусыһы, шулай уҡ башҡорт һәм татар эстрадаһының танылған аранжировкалаусыһы һәм композиторы Рәил Өмөтбаев менән ҡорған әңгәмәбеҙ тормоштоң үҙе тураһында булыр.
– Рәил, йылға шишмәнән башланған кеүек кеше ғүмере бала саҡҡа барып тоташа. Бала сағыңа әйләнеп ҡайтайыҡ әле?
– Мин Аҡморон ауылында тыуып үҫтем. Ошондағы мәктәпкә уҡырға барҙым. Бала саҡ – бәхетле саҡ. Күрше балалар менән рәхәтләнеп уйнай торғайныҡ. Мәктәптәге класташтар менән тауҙан сана шыуҙыҡ, саңғыла йөрөнөк. Ҡарҙан һындар әүәләнек, ҡар бәрешеп тә уйнаныҡ. Йәй көндәре баҫыуға йөрөргә яраттыҡ. Көҙҙәрен дә шул уҡ баҫыуҙағы һалам өҫтөнә менеп шаяра инек. Ғөмүмән, бала сағым күңелле үтте.
– Ата-әсәй тәрбиәһе тормошоңда ниндәй роль уйнаны?
– Әлбиттә, төп ролдәрҙең береһен. Улар мине үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләне. Атайым ғүмер буйы Баймаҡ АТП-һында водитель булып эшләне. Әсәйем ауылда ниндәй эш бар – шуныһына тотондо. Үҙҙәре лә эшһеҙ ултырманы, беҙҙе лә эшкә лә өйрәттеләр. Шул уҡ ваҡытта уйнарға ла ваҡытты иркен бирҙеләр. Бөгөнгө Рәил Өмөтбаевты тап улар формалаштырҙы. Бының өсөн мең рәхмәтлемен. Атай, әсәй, мин һеҙҙе ныҡ яратам!
– Студент йылдары ниндәй хәтирәләр ҡалдырҙы?
– Мәктәпте тамамлағас, Сибай музыка колледжына уҡырға инергә йыйындым. Ауылда ваҡытта фортепианоға уҡый башлаған инем, уҡытыусым декретҡа китте лә, ярты юлда ҡалды. Музыка мәктәбен тамамлауым тураһында документым булмағас, колледжға инә алманым. Шуға ла Баймаҡтағы һөнәрселек училищеһына барҙым. Ул хәҙер Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы тип атала. Унан Өфөләге бер колледжда уҡып алдым. БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында хоҡуҡ белеме алып сыҡтым. Алған һөнәрҙәрем буйынса эшләмәйем. Әммә белем алған осор миңә тормош тәжрибәһе бирҙе, тип әйтһәм, яңылыш булмаҫ.
– Йырсы булыуға нимә этәрҙе?
– Бала саҡтан йырсы булырға хыялландым. Әле лә үҙемде ауыҙ тултырып “йырсымын” тип әйтә алмайым. Бөгөн, Аллаға шөкөр, хыялыма табан юл яра барам. Көндән-көн өйрәнәм, уҡыйым. Көн дә үҫеш кәрәк. Бер осор ғына йырланың да, йырсы булып киттең, йәки сәхнәгә сығып йырланың да йырсы булдың түгел бит инде. Ул тормош дауамындабарған процесс.
– Ижад шишмәң башындағы Рәил Өмөтбаев менән хәҙергеһе айырыламы?
– Әлбиттә, айырма бик ҙур. Йәш саҡ – татлы саҡ. Ул ваҡытта йырҙарға ла, тормошҡа ла ҡарашың икенсерәк. Үҙең шулар араһында ауыл клубтарында дискотека үткәреп йөрөгәс, тап шул мөхит оҡшатҡан музыканы ижад итергә тырышаһың. Шулай ҙа үҙем яҙған йырҙарҙың иң тәүгеләренең береһе – “Әсәй” йыры. Унда яҡындарыңа хөрмәт, һөйөү сағылыш тапҡан. Әле яҙған йырҙарымдың күбеһе үҙемдең быуын кешеләренә арнала. Йәштәр өсөн яҙылғандары ла юҡ түгел.
– Тәүге тапҡыр башҡарған йырың ниндәй булды?
– Әйтеп үткәнемсә, ул йыр әсәйҙәргә бағышланды. Шулай уҡ “Һағынам” тигән мөхәббәт тураһындағы йыр. Ул “Юлдаш” радиоһындағы хит-парадта килеп сыҡты. Биш аҙна дауамында беренсе урында килде. Быға хатта үҙем дә ышана алманым. Ауыл малайының йырын беренсе урынға сығарған тамашасыларыма әле лә рәхмәтлемен. Әйткәндәй, был йырҙы Элвин Грей менән Ябай малай ҙа йырлап йөрөнө.
– Йырҙарыңда ниндәй темаларға өҫтөнлөк бирәһең?
– Әлбиттә, күберәк бәхетле мөхәббәт йырҙарын яҙам. Шулай уҡ рухты күтәреп ебәрә торған темалар бар. Төрлө республика кимәлендә уҙғарылған музыкаль, административ проекттар, спорт саралары, һөнәри байрамдар өсөн көйҙәр, гимндар яҙғаным бар. Милли йырҙарым да етерлек. Тыуған ер тураһында ла ижад итәм. Балалар темаһын яҡын күрәм. Балаларға йыр бәйгеләрендә ҡатнашыу өсөн көйҙәр яҙам.
– Һинең йырҙарыңды йырсылар башҡарамы?
– Бик күптәр. Улар араһында Башҡортостандың һәм Татарстандың популяр артистары Әнүәр Нурғәлиев, Сәғиҙулла Байегет, Гүзәл Уразова, Марат Яруллин, Гүзәл Әхмәтова, Элвин Грей һәм башҡалар бар.
– Әгәр ҙә йырсы булмаһаң, ниндәй һөнәрҙе һайлар инең?
– Бындай һорауҙы биргәндәре юҡ ине әле (көлә). Йырһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул һорауға әҙер түгелмен шикелле. Шулай ҙа юғалып ҡалмаҫ инем, тип уйлайым. Моғайын да берәй һөнәр табыр инем.
– Кешелә ниндәй һыҙаттар оҡшай һәм, киреһенсә, оҡшамай?
– “Әйтте – эшләне”, тиҙәр ундайҙар тураһында. “Конкретика” тиһәң, русса була. Кеше яуаплы булырға тейеш, тип иҫәпләйем мин. Ә бына алдашыуҙы өнәмәйем. Бер тапҡыр хәтеремде ҡалдырған, алдашҡан кешеләр менән араны өҙәм, ҡабат аралашмаҫҡа тырышам. Ундайҙарҙы ғәфү итһәң, ғәфү итеүгә китә. Тағы ла шул уҡ хәл килеп сығасаҡ.
– Спорт менән шөғөлләнәһеңме?
– Шахмат, өҫтәл теннисын үҙ итәм. Ауылға ҡайтҡан саҡта атайым менән шахмат уйнайбыҙ. Шулай уҡ футбол оҡшай. Уныһын мәктәптә уҡыған саҡта күп уйналды инде. Саҡ ҡына буш булһаҡ, малайҙар менән туп тибергә сығып китәбеҙ. Мин хатта “иң яҡшы бомбардир” исемен дә алып йөрөнөм.
– Буш ваҡыттарыңды нисек үткәрәһең?
– Буш ваҡытта кәләшем, балаларым менән бергә булырға тырышам. Республикабыҙ ҡалаларына, иҫтәлекле урындарға сәйәхәт итәбеҙ. Әгәр инде буш ваҡыт сәғәтләп кенә иҫәпләнһә, тәбиғәт ҡосағына булһа ла сығып киләбеҙ. Шулай уҡ Өфөлә парктарға, ресторандарға, кинотеатрға, театрҙарға барырға тырышабыҙ.
– Тормош юлдашыңды ҡасан һәм ҡайҙа осраттың?
– Кәләшем менән өләсәйемдең ауылында – Әбделкәримдә таныштыҡ. Сибайҙан туғандарына ҡунаҡҡа килгән Гөлшатты күргәс тә үҙемдең яҙмышымды осратҡанымды аңланым. Көн дә ҡапҡа төбөндә күрешеүҙәр, йәшлек хисенән илереүҙәр... Был ваҡытта мин Әбделкәримдәге мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булып эшләп алдым. Шулай бер мәл ауылға яңы синтезатор алып килделәр. Ул синтезаторға нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ икән! Гөлшат та ауылда ине. Ул кисте, айырылмайынса синтезатор артында ултырып, һөйгәнем тураһында онотоп ташлағанмын. Үҙенә иғтибар итмәгәс, аптырап ултырған да, ҡайтып киткән. Икенсе көндө “мине синтезаторға алмаштырҙың” тип үпкәләп тә йөрөнө. Йәштән шулай музыка ҡоралдарына мөкиббәнмен. Шулай ҙа аҙаҡ яҙылды (көлә). Аллаға шөкөр, ике улға ғүмер бирҙек. Әле Артурыбыҙға – 13, Асҡарыбыҙға 6 йәш.
– Һин ниндәй атай?
– Башҡа атайҙар ниндәй, мин дә шулаймындыр, моғайын. Бала саҡта атай-әсәй беҙҙе нисек тәрбиәләһә, мин дә балаларыма шундай тәрбиә бирергә тырышам. Эш боҙһаҡ, сыбыҡ күберәк әсәйҙән эләгә торғайны. Сөнки атай күберәк эштә булып ҡала. Ә инде эш боҙоп атайға эләкһәк, ул шундай итеп ҡарай... ер тишегенә инеп китерҙәй булаһың. Бында оялыу ҙа, ҡурҡыу ҙа килеп ҡушыла. Беҙҙең ғаиләлә тәрбиә биреү моделе тап шулай булды. Бының өсөн икеһенә лә бик тә рәхмәтлемен. Тап ошо моделде мин хәҙер үҙемдең ғаиләмдә лә ҡулланам. Кәрәк саҡта балаларыма ҡаты ла була алам, йомшаҡ та булып китәм. Улдарымды мөхәббәт, йылылыҡ менән тәрбиәләргә тырышабыҙ. Кәләш, киреһенсә, ҡатыраҡ булһа, мин йомшаҡлыҡ күрһәтәм.
– Тормош юлдашың Гөл- шат Иршат ҡыҙы һөнәре буйынса кем?
– Кейем стилисы. Быға тиклем күп йылдар ҡатын-ҡыҙҙар өсөн образдар, шәхси имидж булдырыу өҫтөндә бик уңышлы эшләне. Бынан ике йыл элек Санкт-Петербург ҡалаһына барып белемен камиллаштырып ҡайтты. Хәҙер ул ир-егеттәр образын тыуҙырыу өҫтөндә лә эшләй. Әйткәндәй, быйыл ул минең концерт костюмдарымды тулыһынса үҙгәртте. Минең сәхнә образымды булдырырға ярҙам итте. Хәйер, быны һеҙ концертыма килгәс үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрерһегеҙ.
– Артур менән Асҡар ҙа йырлаймы? Әллә башҡа йүнәлеште үҙ итәме?
– Икеһе лә йырлай тип әйтмәҫ инем. Артур 158-се Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһында уҡый. Ул мәғлүмәти технологиялар, компьютерҙа программалау менән ҡыҙыҡһына. Буш ваҡыттарында саңғы шыуырға йөрөй. Ә бына Асҡар миңә эйәреп йырларға ярата. Беҙҙең өйҙә ғаиләбеҙ синтезаторы бар. Ғаиләбеҙҙеке тием, сөнки уны кем теләй шул ҡабыҙып уйнай ала. Асҡар уның янынан китмәй. Шулай уҡ динозаврҙар менән ҡыҙыҡһына. Уның белмәгән динозавры юҡтыр ул. Ҡайһы дәүерҙә йәшәгәнен, нимә менән туҡланғанына тиклем белә.
– Өйҙә ниндәй телдә аралашаһығыҙ?
– Күберәк башҡорт телендә аралашырға тырышабыҙ. Гөлшат Сибайҙа үҫкәс, күберәк рус телендә һөйләшә торғайны. Ә мин тик башҡортса һөйләшеп үҫкән ауыл малайымын. Баштараҡ русса-башҡортса һүҙҙәрҙе ҡатыштырып һөйләшкән кәләшем хәҙер минең менән саф башҡортса аралаша башланы. Малайҙар ҙа: “Атай ҡайтты”, – тип туған телдә ҡаршы ала.
– Һин үҙеңде бәхетле тип һанайһыңмы?
– Бик бәхетле. Яратҡан эшемә рәхәтләнеп киләм, яратҡан эшемдән яратҡан ғаиләм янына ҡайтам. Шул иң ҙур бәхет түгелме?!
– 16 февралдә Баймаҡта һинең концертың була. Уның программаһы ниндәй?
– Быйылғы концерт программаһына килгәндә, ул бер аҙ икенсерәк буласаҡ. Коллективтың составы ла үҙгәрҙе. Тамашасыларҙы бик күп сюрприздар көтә. Шуға ла шәхсән концертымда барығыҙҙы ла көтөп ҡалам.
– Гәзит уҡыусыларыбыҙға ниндәй теләктәреңде еткерер инең?
– Һәр кемгә тормошта урынын, үҙ юлын табып йәшәргә яҙһын. Тыуған еребеҙҙе яратайыҡ, телебеҙҙе беләйек, рухыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Ата-әсәйебеҙгә, үҙебеҙгә, яҡындарыбыҙға тоғро булып йәшәйек.
Эльмира Кейекҡужина әңгәмәләште.