Ғаилә йылы
12 Февраль 2024, 16:40

Ҡартаямы ни һуң йөрәк?

Әкрен генә, һиҙҙермәйсә Йәшлек ғүмерем үтә. Күңелем һис тә ҡартаймай, Һаман да ниҙер көтә. Ҡартаямы ни һуң йөрәк, Маңлайҙар һырланһа ла. Үтте йәшлек-йүләрлек, тип, Йырҙарҙа йырланһа ла...

Ҡартаямы ни һуң йөрәк?Ҡартаямы ни һуң йөрәк?
Ҡартаямы ни һуң йөрәк?
Ҡартаямы ни һуң йөрәк?

Сафьян Ибраһимов көйө
Ғата Нуруллин һәм халыҡ һүҙҙәре

Әкрен генә, һиҙҙермәйсә
Йәшлек ғүмерем үтә.
Күңелем һис тә ҡартаймай,
Һаман да ниҙер көтә.

Ҡартаямы ни һуң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла.
Үтте йәшлек-йүләрлек, тип,
Йырҙарҙа йырланһа ла.

Әллә ғашиҡ булдым инде,
Йәшләй һөйгән йәр кеүек.
Әйтерһең дә берәү килеп 
Иркәләр-һөйөр кеүек.

Ҡартаямы ни һуң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла.
Үтте йәшлек-йүләрлек, тип,
Йырҙарҙа йырланһа ла.

Мөхәббәт йәштәрҙә, тиҙәр,
Була ул һәр кемдә лә.
Мөхәббәтһеҙ йәшәп булмай
Олоғайған көндә лә.

Ҡартаямы ни һуң йөрәк,
Маңлайҙар һырланһа ла.
Үтте йәшлек-йүләрлек, тип,
Йырҙарҙа йырланһа ла.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас