Ғаилә йылы
9 Февраль 2024, 06:10

Бәхетле бала саҡ бүләк иткән уҡытыусым

Дәрескә ҡыңғырау яңғыраны. Һәм бына класҡа быға тиклем беҙ күрмәгән иҫ киткес нәзәкәтле һәм матур йәш уҡытыусы килеп инде. Билен өҙә яҙып һығып торған матур костюм, ҡуйы сәстәр ҡалҡытылған прическа, бейек күтәрмәле шпилька туфлиҙар... Һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Ә ул шул тиклем матур итеп йылмайҙы ла, беҙҙең күңелдәге бар шомдарҙы юҡҡа сығарҙы. Рәйнә Фәзулла ҡыҙы Күсәбаева ине ул. Беҙҙең класс етәксеһе һәм математика уҡытыусыһы. Яңы институтты тамамлап килгән һәм беҙ уның тәүге класы булдыҡ. Уҡытыусыбыҙға шунда уҡ барыбыҙ ҙа ғашиҡ булып, уны тын да алмай тыңлайбыҙ. Тәнәфес ваҡытында башҡа класс балаларына: “Ә беҙҙең уҡытыусыбыҙ иң матуры!”-тип маҡтанышып алабыҙ...

Бәхетле бала саҡ бүләк иткән уҡытыусымБәхетле бала саҡ бүләк иткән уҡытыусым
Бәхетле бала саҡ бүләк иткән уҡытыусым

Бәхетле бала саҡ бүләк иткән уҡытыусым

Йылдар үтә бара мктәп йылдарын, айырыуса уҡытыусыларыңды һағынып-юҡһынып хәтерләйһең икән. Сөнки нәҡ ошо ҡәҙерле кешеләр менән ғүмереңдең иң ғәмһеҙ һәм матур мәле бәйле булыуын аңлайһың

Беҙ ҙә заманында ҡаланың щаулап-гөрләп торған 1-се мәктәбендә белем алдыҡ. Азанов урамында урынлашҡан, 1936 йылда төҙөлгән был уҡыу йорто тыуған еребеҙҙең тарихына үҙенең күпме күренекле шәхестәрен бүләк итте. Улар ҡайһы өлкәлә генә эшләмәне һәм эшләмәй! Күп етәкселәрҙең дә нәҡ 1-се мәктәпте тамамлауы ла иғтибарға лайыҡ.

Әлбиттә, быға ошо мәктәптең көслө уҡытыусылар коллективы ҙур өлөш индерҙе. Беҙҙе лә һәр фәндән бик шәп, белемле, юғары мәҙәниәтле остаздар уҡытты.

Башланғыс белемде алғас, бишенсе баҫҡысҡа күтәрелдек. Һәр кемебеҙҙң йөргендә ниндәйҙер шик-шөбһә лә бар ине. Төрлө фәндәрҙән төрлө уҡытыусылар уҡытасағын, кабинеттан-кабинетҡа күсеп йөрөйәсәгебеҙҙе уйлап тымып ҡалабыҙ йә ошо хаҡта һөйләшеп шаулап-гөрләп алабыҙ. Дәрескә ҡыңғырау яңғыраны. Һәм бына класҡа быға тиклем беҙ күрмәгән иҫ киткес нәзәкәтле һәм матур йәш уҡытыусы килеп инде. Билен өҙә яҙып һығып торған матур костюм, ҡуйы сәстәр ҡалҡытылған прическа, бейек күтәрмәле шпилька туфлиҙар... Һүҙһеҙ ҡалдыҡ. Ә ул шул тиклем матур итеп йылмайҙы ла, беҙҙең күңелдәге бар шомдарҙы юҡҡа сығарҙы. Рәйнә Фәзулла ҡыҙы Күсәбаева ине ул. Беҙҙең класс етәксеһе һәм математика уҡытыусыһы. Яңы институтты тамамлап килгән һәм беҙ уның тәүге класы булдыҡ. Уҡытыусыбыҙға шунда уҡ барыбыҙ ҙа ғашиҡ булып. уны тын да алмай тыңлайбыҙ. Тәнәфес ваҡытында башҡа класс балаларына: “Ә беҙҙең уҡытыусыбыҙ иң матуры!”-тип маҡтанышып алабыҙ.

Йәш булһа ла, Рәйнә Фәзулла ҡыҙы тәүге көндәрҙән һәр уҡыусыны тыңлата белде. Һәм был беҙҙең класҡа ғына ҡағылмай ине. Ниндәй кластарҙы уҡытһа ла: урта звеномы әллә юғарымы, барыһы ла Рәйнә Фәзулла ҡыҙын ихтирам итте һәм тыңланы. Уның дәрестәрендә “шылт” иткән дә тауыш сыҡманы. Сөнки уҡытыусы йәш булһа ла, бик талапсан ине. Өҫтәүенә математика дәрестәрен ул иҫ китмәле мауыҡтырғыс итеп алып бара белде. Шуға күрә Рәйнә Фәзулла ҡыҙы уҡытҡан балалар математиканан бик белемле булды.  

Балалыҡ менән шаярған, хатта шуҡлығыбыҙ менән үтә ҡыланып ташлаған мәлдәребеҙ ҙә булды. Шул саҡта беҙҙе Рәйнә Фәзулла ҡыҙы башҡа уҡытыусыларҙан бик ныҡ яҡлаша торғайны. Йәш кенә булһа ла беҙгә икенсе әсәй урынына булды. Ә ул ойошторған походтар! Йылдың һәр миҙгелендә уҡытыусыбыҙға эйәреп сығып китә торғайныҡ. Рәйнә Фәзулла ҡыҙы беҙҙә математика фәненә һөйөү уятҡан кеүек, тәбиғәтте, тыуған еребеҙҙе лә яратырға өйрәтте. Беҙҙең бәхетле бала сағыбыҙға класс етәксебеҙ Рәйнә Фәзулла ҡыҙының индергән өлөшө бик ҙур.

Тормош иптәше, районыбыҙҙың билдәле шәхесе, етәксе урындарҙа уңышлы эшләп, хаҡлы ялда тыуған ере тураһында китаптар яҙып һөйөндөргән Йәғәфәр Әғзәм улы Мусин менән бик бәхетле ғүмер ҡорҙо улар. Бик шәп балалар үҫтерҙелр. Бала ҡайғыһын кисереп, ауыр ҡайғыны бергә йотоп, ныҡ, көслө рухлы булып ҡала белделәр.

Яратҡан уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ үҙенең 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Рәйнә Фәзулла әле лә гөрләтеп донъя көтә, йорттарында ҡот уйнап тора, ул бешергән аш-һыуҙар телеңде йоторлоҡ. Хөрмәтле уҡытыусыбыҙҙы юбилейы менән ҡотлап, бар уҡыусылары исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ.

Йомабикә Шаһиева (Әбсәләмова).

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас