Ғаилә йылы
6 Февраль 2024, 15:10

Бер быуатлыҡ ғүмер

Темәс ауылының иң оло ағинәйҙәренең береһе, ил инәһе Ғәйшә Әбсәләмова ошо көндәрҙә 100 йәшлек олпат юбилейын билдәләне

Бер быуатлыҡ ғүмерБер быуатлыҡ ғүмер
Бер быуатлыҡ ғүмер

Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы 1924 йылдың 2 февралендә Темәс ауылында донъяға килә. Башланғыс белемде ауылда ала. Бала сағы, йәшлек йылдары ауыр Бөйөк Ватан һуғышы осорона тап килә. Уға үҙенең тиҫтерҙәре менән аслыҡтың әсе-сөсөһөн татып, йәп-йәш көйө ололар менән бер рәттән эшләргә тура килә.

Әле лә хәтерендә, тәүге тапҡыр 7-8 йәшлек кенә сағында һеңлеһе Фатима менән әсәһенә эйәреп ауылдың көтөүен көткән мәлдәре.

1938 йылда Ырымбур ҡалаһынан башҡорт педагогия училищеһы Темәс ауылына күсерелгәс, уларҙың тормоштары күпкә еңеләйә, сөнки әсәйҙәренә эш табыла. Әсәләре училищеға кер йыуыусы булып эшкә урынлаша. Бында ла ике ҡыҙсыҡ һәр саҡ әсәһенә ярҙам итә.

Бер эштән дә ҡурҡмай улар, көн һайын кер ҙә йыуалар, таҙа кейемдәрҙе лә үтекләйҙәр. Хатта оҫта итеп тегергә лә өйрәнеп алалар. Училищела уҡыған ҡыҙҙарға матур күлдәктәр тегеп кейҙерә улар. Күҙ нурҙарын һалып бер төн эсендә педучилище уҡытыусылары өсөн таҫтамал, ашъяулыҡ, яҫтыҡ тыштары кеүек әйберҙәрҙе сиккән мәлдәре лә була. Ҡатын-ҡыҙға кәрәкле барлыҡ эштәрҙе бала саҡтан ентекле өйрәнеүе уларға тормош көткәндә бик ярҙам итә. Уның тәүге хеҙмәт юлы ла педагогия училищеһы менән ныҡлы бәйләнгән.

Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 16 йәш булған. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ҡыҙ тормоштоң төрлө һынауҙарына түҙгән, сабыр иткән, ә уйҙары менән алыҫтағы шул мәлдәргә әйләнеп ҡайтып:

–Э-э-й, балаҡайҙарым, мин күргәндәрҙе һеҙгә күрергә тура килмәһен, – тип шул мәлдәге хәл-ваҡиғаларҙы яйлап ҡына теҙеп һөйләй башланы. – Һуғыш йылдарында эшкә яраҡлы йәш быуын, 16-17 йәшлек балалар, хәрби хеҙмәткә саҡырылмаған йәштәр СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы фабрика-завод уҡытыу (ФЗО) мәктәптәренә саҡырылалар ине. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ФЗО-ға барыуҙан ҡасырға маташҡан йәштәр 1 йылдан 7 йылға тиклем, хәрби хеҙмәттән ҡасҡан кешеләр булараҡ, енәйәт яуаплылығына тарттырылдылар. 1944 йылдың апреле башында мине һәм беҙҙең ауылдан тағы бер нисә ҡыҙҙы Белорет фабрика-завод уҡытыу мәктәбенә (ФЗО) мобилизация тәртибендә алып киттеләр. Көс-хәл менән барып етеп, һыуыҡ барактарға урынлаштыҡ. Уҡыуҙы практика менән берлектә алып барабыҙ. Эшебеҙ шунан ғибәрәт: төҙөлөш өсөн бетон балкалар әҙерләйбеҙ. Дүрт ай уҡығандан һуң, төҙөүсе һөнәрен алдыҡ. Шул тиклем ауыр мәлдәр ине, иң ҡыйыны әсәйемде һәм һеңлемде һағынып үҙәгем өҙөлә, улар өсөн борсолғаным һаман да хәтеремдә. Ниңәлер, яҡындарымды башҡа күрә алмаҫмын, тип ҡурҡыуға төшә инем. Сабыр булырға тырыштыҡ, Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн уҡыныҡ та, эшләнек тә. Шулай ҙа уҡыусылар араһында ҡасыу осраҡтары йышайҙы. Темәс һәм Баймаҡ, Әбйәлил райондарының башҡа ауылдарынан килгән балалар менән бер рәттән, бер көндө беҙ ҙә, дүрт егет һәм дүрт ҡыҙ, ҡастыҡ. Урман буйлап йәйәүләп атлайбыҙ, төнгөлөккә ауылдарҙа туҡтап, кешеләрҙә йоҡлап сығырға һорайбыҙ. Темәскә минең менән бергә Нуриаздан исемле егет (аҙаҡ бер туған һеңлеһе Фатиманың тормош иптәше) һәм Хәтирә исемле ҡыҙ менән ҡайтып еттек. Ауылда оҙаҡ торманым, НКВД-нан эҙләп килерҙәр тип, Сибайға алтын сығарыуға эшкә төштөм. Тимер юлынан вагонеткалар менән алтын рудаһы ташыныҡ. Бала саҡтан ауыр эш эшләп үҫкәнгәме, бер ваҡытта ла эштән ҡурҡманым, тырышып эшләгәнем өсөн һәр ваҡыт маҡтаулы булдым. Темәс яғынан Сибайға таныштар килһә, йәһәт кенә күстәнәс алам да, улар аша әсәйем менән һеңлемә ебәрәм (он, шәкәр, сәй, кейем-һалым һ.б.). Шулай итеп һағыныуымды баҫа инем. Ауылға ҡайтҡым килә, тик НКВД-ларҙың тотоуҙарынан ҡурҡам, шуға ауылға ҡайтыу өсөн Ирәндек аша йәйәү юлды һайланым. Сентябрь аҙаҡтарында ялға ҡайтҡан мәлдә барыбер тотолдом. Хәтирә менән икебеҙҙе, тағы ла башҡа ауылдарҙан бер нисә кешене арестовать итеп, колонналарға теҙеп, йәйәүләп Баймаҡҡа алып киттеләр һәм КПЗ-ға бикләп ҡуйҙылар. Бында ла эшһеҙ тик ултыра алмайым, рөхсәт һорап милиция бинаһының иҙәндәрен йыуа башланым. Бөтә тәҙрәләрен, ишектәрен йыуып, бер нисә көндә булған ерен таҙалап сыҡтым. Бер аҙна үткәс, Йылайырҙан беҙҙе алырға килделәр. Колоннаға теҙҙеләр ҙә, тағы ла йәйәүләп алып киттеләр. Барып еткәс, барактарға урынлаштырҙылар, урман ҡырҡыу эшен йөкмәттеләр. Ағас ҡырҡыу эше миңә артыҡ ауырлыҡ тыуҙырманы, сөнки училищела эшләгән осорҙа студенттар, уҡытыусылар менән йәй буйы ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләй инек. Бысҡым тупаҫланһа, разводты үҙем һала беләм, балтам тупаҫланһа, йәһәт кенә балтаны үткерләй һалам. Көндәлек планды иң беренселәрҙән булып арттырып үтәйем дә, үҙемдән оло апайҙарға ярҙам итәм. 

Ноябрь тыуҙы. Тәүге ҡырпаҡ ҡар яуған мәл ине, йәштәрҙе тағы ла өсөнсө урынға – Медногорск ҡалаһына колонналарға теҙеп алып киттеләр. Бында лагерь күпкә ҙурыраҡ, ир-егеттәр айырым, ҡатын-ҡыҙҙар айырым йәшәй. Шуныһы иҫемдә ҡалған, унда ҙур бер мунса бар ине, көнөн дә, төнөн дә эҫе һыу өҙөлмәне. Лагерҙың тегеү цехы булды, һалдаттарға гимнастерка, салбар һәм фуфайкалар, шулай уҡ лагерҙағы тотҡондарға ла эш кейемдәре тектеләр. Хатта быйма баҫыу цехында ике бабай быйма ла баҫты. Беҙҙең эшебеҙ көндөҙгө сменала комбинатта вагонеткаларға руда тейәп цехҡа ташыу ине. Һәр беребеҙгә норма бирелә, белгән эш булғас, иптәш ҡыҙ менән һәр ваҡыт планды арттырып үтәйбеҙ. Эштән бысранып ҡайтабыҙ, мунсала йыуынып, кейемдәребеҙҙе йыуып киптерергә ҡуябыҙ ҙа, ашханаға барабыҙ. Ашханала планды арттырып үтәгән кешеләр айырым “передовик” тигән өҫтәл артында ултырып ашайҙар ине. Беҙ иптәш ҡыҙ менән һәр ваҡыт “передовик” өҫтәлендә ашаныҡ. Ул өҫтәлдә ризыҡ мул булды, артып ҡалған ризығымды йәшереп кенә алып ҡайтып, өлкән йәштәге апайҙарға бирә инем.

Темәстән минең менән бергә хөкөм ителгән Хәтирә рабочий булып ҡасҡаны өсөн 4 йылға, ә мине ФЗО-ның ученигы булып ҡасҡанға 6 айға ултырттылар. Хәтирәнең һаулығы ла бик шәптән түгел ине, шуға эшкә лә барымы булманы. Бер көнө ҡарап йөрөүселәр “Кто в столовый” тип ҡысҡырҙылар. Мин Хәтирәне йәлләп, уның ҡулын көсләп күтәрттерҙем. Шул көндән алып ул ашханала эшләй башланы, үҙе аҙаҡ быға ныҡ ҡыуанды. Күп йылдар үткәс, ҡартайғас, Үзбәкстандан Темәскә ире һәм улы менән күсеп ҡайтҡас, беҙгә килеп ҡунаҡ булып, шул көндәр өсөн рәхмәтен дә әйтеп китте.

Сменанан ҡайтҡас, кешеләр ял итә, ә мин тик ултырырға яратмайым, төнгө сменаға тегеү цехына барып, кейемдәргә төймә баҫырға, ваҡ-төйәк эштәрендә ярҙам итәм. Унан ҡалһа, быйма баҫыу цехына барып, ике бабайға быймаға йөндән заготовка түшәп, әҙерләп бирешәм. Уларға ла көндәлек норманы үтәргә кәрәк. Аҙаҡ тегеү цехында төнгө сменала бер теген машинкаһы бушау менән мине шунда ултырттылар. Ике сменала эшләйем, көндөҙ комбинатта, төнгөлөккә тегеү цехына китәм. Эшкә тилбер, ихлас булғанғамы, мине йәшеҡарты ихтирам итте. Бигерәк тә мунса яғыусы әбей менән бабай мине үҙҙәренең ҡыҙы һымаҡ күрҙе.

Эшкә әүрәп йөрөп алты айҙың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. 1945 йылдың март аҙағында мине азатлыҡҡа сығарҙылар. Мунса яғыусы бабай станцияға тиклем оҙатып килде. Поездан төшкән кешеләрҙең араһынан Баймаҡ яғына ҡайтыусыларҙы эҙләп, мине бер урыҫ һалдатына эйәртеп ебәрҙе. Бер нисә көн йәйәүләп, төнгөлөккә төрлө ауылдарҙа йоҡлап, туҡтай-туҡтай ҡайттыҡ. Халыҡтың хәле бик шәптән түгел ине. Иҫемдә, бер ауылда беҙҙе ауыл Советы рәйесе йоҡлатып сығарҙы. Һарайҙа ла йоҡларға тура килде, шуғалырмы, юлда йонсоғанғамы, мин бетләнем. Баймаҡҡа етәрәк, һалдат ағай үҙенең ауылына боролдо, ә миңә ”Иди прямо, там Баймак”, – тип әйтте. Ҡараңғы төшкәнсе Баймаҡҡа килеп еттем. Таналыҡ буйында туғандарға туҡтап йоҡланым да, иртәнсәк ҡайтырға юлландым. Баймаҡ ситенә сыҡҡас, егелгән өс ат күренде. Мине Түбингә тиклем ултыртып алып ҡайттылар. Түбиндән ҡайтып етергә хәлем ҡалмағас, Ишбулды ағайымдың ҡәйнәһенә ҡуна индем. Юлда бетләгәнгә күрә, өйөгөҙгә инмәйем, һарайығыҙҙа йоҡлаһам да ризамын, тип хәлемде аңлаттым. Ҡоҙағый аптырап торманы, көлдән һелтә ҡайнатып, тәрән тасҡа мине батырып тигәндәй ултыртып ҡуйҙы. Кейемдәремде ҡар өҫтөнә һалып ҡағып, эҫе һыуҙа йыуып алдыҡ. Беттән ҡотолоп, рәхәтләнеп йоҡлағанмын. Икенсе көнө ҡоҙағый: “Һине Темәскә үҙем оҙатам, бер юлы әсәйеңде күреп, хәлен белеп ҡайтайым”, – тип минең менән бергә юлға сыҡты.

Өйөбөҙ Талашты күперен сыҡҡас та, хәҙерге ПНИ биләмәһендә, элекке педучилищеның ятаҡтары эргәһендә тауҙың өҫтөндә ине. Ҡоҙағый, әсәйемдән һөйөнсө һорай торайым, тип алдан йүгерҙе. Фатима һеңлем тәҙрәнен мине күреп ҡалып, ҡыуанысынан аяғына быйма ла кеймәй ҡар өҫтөнән яланаяҡ күпергә тиклем йүгереп килеп ҡосаҡлап алды. Әсәйемдең ҡыуанысын уртаҡлашырға тип педучилище уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре килде, матур итеп ҡунаҡ булдыҡ. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, хат килеп төштө. Унда мине ғәйепһеҙ хөкөм ителгән тип яҙылған ине.

Әсәйем бик ҡарт булғанға күрә, мине хөкөм итергә тейеш булмағандар икән.

Шулай, балаҡайҙар, йыйыр ризығың ҡайҙа һибелгәнен ҡайҙан беләһең инде, Хоҙай Тәғәлә биргәс, был һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтергә тура килде, һис тә үкенмәйем, барыһына шөкөр генә итәм, – тип һүҙен тамамланы йөҙйәшәр ағинәй.

Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы ауыр һынауҙарҙы үтеп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡас, ең һыҙғанып эшкә тотона. 1948 йылға тиклем Темәс педучилищеһының дөйөм ятағында йыйыштырыусы ла, комендант та була. Ас һәм етем ҡалған балалар өсөн асылған Темәс балалар йортонда ла эшләргә тура килә. 1948 йылдан 1956 йылға тиклем Темәс балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт итә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, эшенә һәр ваҡыт яуаплы ҡарай. 1956 йылдан 1976 йылға тиклем Темәс урта мәктәбендә иҙән йыуыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Уңған, тырыш, булдыҡлы Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы ике тапҡыр ауыл Советына депутат итеп һайлана, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индергәне өсөн “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” тигән миҙалы ла бар. Барлыҡ ғүмерен хеҙмәткә бағышлаған ағинәйҙе 1982 йылда “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән дә наградлайҙар. Биш балаға ғүмер бүләк иткән Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙына 1965 йылда “Әсәлек миҙалы” ла тапшырыла.

Һуғыштан һуңғы ауыр осор. Аҡыллы, төҫкә һылыу, уңған Ғәйшә буласаҡ тормош иптәше, яугир Риза Әбсәләмов менән таныша. Риза Сәйетғәле улы һуғыштың тәүге көндәренән үк Ленинград блокадаһын обороналауҙа ҡатнашҡан яугирҙәрҙең береһе.

Татыу ғаиләлә биш бала үҫә. Уларҙың һәр береһенә лайыҡлы белем биреп, оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн улы Рафаэль Стәрлетамаҡ ҡалаһында, ҡыҙҙары Гөлдәр – Әхмәрҙә, Рәхилә Темәстә хөрмәтле уҡытыусылар, ә Рәмилә Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң өлкән ҡыҙы Гөлгенә баҡыйлыҡҡа күсте.

“Әсәйебеҙ һәм атайыбыҙ беҙҙе тормошҡа аныҡ маҡсаттар ҡуйып йәшәргә, тырыш булырға өйрәтте. Әсәйебеҙ ғәҙел, талапсан, ә атайыбыҙ йомшаҡ күңелле булды. Беҙҙе һәр ваҡыт иркәләтеп үҫтерҙеләр. Икәүһенең дә ҡулынан эш төшмәне, быймаһына тиклем бергә баҫырҙар ине. Беҙҙең уҡыуыбыҙға әсәйебеҙ ныҡ талапсан булды. Ҡул эштәре менән булышып, дәрес әҙерләп бөткәнсе яныбыҙҙа ултырыр ине. Шуға күрәлер ҙә барыбыҙ ҙа белем алырға тырышҡанбыҙҙыр”, – ти балалары.

Бөгөн Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы донъяның бөтә шатлыҡтарын кисереп, тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Йөҙө асыҡ, хәтере шәп, ауылдаштары, күршеләре уның хәлен белеп тора. Йома намаҙҙарын ҡалдырмай мәсеткә лә йөрөнө, әллә күпме туғандарының, ауылдаштарының рухтарына Ҡөрьән сыҡты, йәштәргә өгөт-нәсихәтен еткереп, барыһының да иманлы булыуын теләп, күбеһенә намаҙға баҫырға өйрәтте.

Ошондай бәхетте татығаны өсөн Хоҙайға мең рәхмәтле булып йәшәй. Ветерандың тормошҡа ҡарашы, оптимистик рухта булыуы ауылдаштарын һоҡландыра. Ул йөрәге, күңеле менән матурлыҡты тойған кеше. Бәхетле ветерандың бөгөн биш ейән-ейәнсәре, ете бүлә-бүләсәре бар.

Үҙебеҙҙең коллектив исеменән ветеранды олпат юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ. Һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттәрҙең ап-ағын, шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ.

Киләсәктә лә балаларының, туғандарының хөрмәтен тойоп, именлектәһаулыҡта йәшәргә насип итһен һеҙгә,

хөрмәтле Ғәйшә Сәфәрғәле ҡыҙы!

Гөлдәр ИЗИБАЕВА,

Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү

музейының кесе ғилми хеҙмәткәре.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас