Ғаилә йылы
4 Февраль 2024, 12:23

«Ир-егет - ил терәге»

«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ошо көндәрҙә Үрге Яйыҡбай ауылында «Ир-егет - ил терәге» исемле район старосталар йыйыны үтте. Йыйында район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Вәкил улы Ишембәтов, район хакимиәте башлығының урынбаҫары, финанс бүлеге начальнигы Илнур Нурмөхәмәт улы Дәүләтбаев, Ниғәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Амур Зиннәтулла улы Әминев ҡатнашты. 

«Ир-егет - ил терәге»«Ир-егет - ил терәге»

Йыйында ауылда старосталар роле, айыҡлыҡ өсөн көрәш кеүек мәсьәләләр ҡаралды, улар буйынса фекер алышыу булды. Үрге Яйыҡбай ир-егеттәренең ауыл өсөн эшләгән эштәре барланды, эшҡыуарҙар тураһында мәғлүмәт бирелде. Йыйын аҙағында шашка-шахмат, домино, бильярд, дартс кеүек уйындар үткәрелде.

Йыйында старосталар район хакимиәтенә, ҡоролтайға эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

Йыйынды Ишдәүләт Сафиуллин матур итеп алып барҙы һәм музыкаль яҡтан да биҙәне.

#АйыҡАуыл2023

#ТрезвоеСело2023

#ҮргеЯйыҡбайБаймаҡРайоны

#ВерхнеяикбаевоБаймакскийРайон

#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы

#ВсемирныйКурултайБашкир

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас