Ғаилә йылы
2 Февраль 2024, 10:50

Бәхетле булһын парҙар!

Бер-береһен табып, бөгөн мәңгелеккә һөйөү антын биргән парҙарға бәхет теләйбеҙ!

Бәхетле булһын парҙар!Бәхетле булһын парҙар!
Бәхетле булһын парҙар!
Туй күлдәге аҡ ефәктән,
Ҡыҙҙар – гүйә аҡҡоштар.
Аҡлыҡ бит ул, сафлык бит ул,
Яуһын, әйҙә, алҡыштар!

Ҡушымта:
Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙан
Көнләшеп тә үләрлек.
Туй күлдәге бер көнлөкмө? 
Туй күлдәге ғүмерлек!

Аҡ күлдәктәр, аҡ теләктәр
Туйҙа ғүмер-ғүмерҙән.
Туй күлдәге кейгән ҡыҙҙың
Урыны була гел түрҙән.

Бәхет бит ул, шатлыҡ бит ул,
Туй күлдәге кейеүе.
Иркәм, – тиеп, – йәрем, – тиеп,
Онотолоп һөйөүе.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас