

Ауыл янында дөрләр усағы
Һәр кем Яңы йылды яҡты уйҙар, изге теләктәр менән ҡаршы ала. Өп-өр яңы мәлгә аяҡ баҫҡанда ғына башҡара торған ырым-йолалары ла бар бәғзеләрҙең.
Сыңғыҙ ауылынан Фәйзрахман ағай Усманов Яңы йыл төнөндә ауылы янында дөрләп янған усаҡ тоҡандыра. Ғәжәйеп күренеш була ул. Ни өсөн байрам төнөндә һәм ни өсөн усаҡ яғыумы? Уның сере ябай ҙа, әһәмиәтле лә. Фәйзрахман ағай йыл дауамында ауылының тирәһен сүп-сарҙан таҙарта. Шул йыйылған ҡый яғыла ла инде Яңы йыл төнөндә. “Яңы осорға аяҡ баҫҡанда ауылыбыҙ таҙа булһын. Шул ҡыйға ҡушылып бар насар көндәр ҙә утта янһын, кешеләр тыуған еренә һаҡсыл ҡарашта булһын ине”,-ти ул.
Фәйзрахман Усманов ауылы янында бер гектар ерҙе кәртәләп алып, 450 төп ҡарағай ултыртҡан. Был эштә ярҙам иткән яҡындарына, ғаиләһенә, Рәфҡәт Уразбаев, Нурфәйез Нәүширбановҡа бик рәхмәтле ул. Әле көҙ Фәйзрахман ағай менән һөйләшкәндә: “Тағы ағастар ултыртырға ер һөрҙөртөргә көтөп йөрөйөм әле. Шулайтып ултыртһаң, ағастар шәп үҫә”,-тип уйҙарын асып һалғайны.
Фәйзрахман ағай ағастарын йыл әйләнәһенә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Беҙҙең яҡтарҙағы һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ йәшелеккә үҫеп китергә булышлыҡ итмәй шул, үкенескә ҡаршы. Шуға күрә ул йәй буйы Һаҡмар йылғаһынан ағастарға һыу ҙа ҡоя.
“Тәбиғәтте һаҡлау, йылғаларҙың мул һыулы булыуын тәьмин итеү өсөн ағастар ултыртырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа был эш менән шөғөлләнеүселәр ишәйә башланы, шуға ҡыуанам. Кешеләр тәбиғәткә сүп-сар түкмәһен ине. Йыйылып ятҡан ҡый тупраҡты ағыулай бит. Һөҙөмтәһе булып йәшеллек, шишмә-йылғалар ҡорой, йәнлектәр үлә”, тигән үтенесен дә еткерҙе Фәйзрахман ағай.
Бәғзеләр хәҙерге замандың экологияһы насар бит тип, ғәйеплеләрҙе эҙләгәнсе, Фәйзрахман ағай Усманов кеүектәрҙең ҡулына көрәген тотоп, ғәзиз ерҙәребеҙҙе үҙ көсө менән йәшелләндереүгә тотоноуы оло баһаға лайыҡ. Яңы йылда тыуған еребеҙҙе хәстәрләүселәр тағы ла күберәк булһын! Фәйзрахман ағай Усмановҡа ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар игелеге һәм ултыртҡан ағастарының шаулап торған, ғәжәйеп ҡоштар һайраған, йәнлектәр төйәк иткән урманға әүерелеүен теләйбеҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.