"Себеште көҙ һанайҙар", ә Октябрят ағай менән Рәйлә еңгәй 23-сө декабрь һананылар.
Аллаға Шөкөр, быйылғы йылды ла тамамлауға еттек.
Йыл башында "Һаҡмар" гәзитенә яҙылған ваҡытта күп кенә приздар уйнаттылар. Иң-иңе Байрамғоловтарҙың ҡаҙ бәпкәһе ине. Төп призды Абҙаҡ ауылынан Октябрят менән Рәйлә Аҫылбаевтар отто. Улар икеһелә Әхмәр ауылының "Килендәр" төркөмөнөң иң актив ҡатнашыусылары. Октябрят ағай гармунда уйнаһа Рәйлә еңгәйебеҙ бейейҙә, йырлайҙа.
"Һаҡмар"ҙың бүләген алып, теүәл генә үҫтереп "Килендәр"ҙе йыйып "Ҡаҙ өмәһендә" матур итеп үткәреп тә ебәрҙеләр. Ир-егеттәр дәррәү генә үҙ эштәрен атҡарһалар, ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙ мамыҡтарын йырлай-йырлай тоҡтарға тултырҙылар. Бейеп китергә лә иренмәнеләр, бейегәс таҡмағы ла әйтелде. Ниһәйәт урам эсендәге эш бөткәс көйәнтәләргә ҡаҙҙарҙы элеп Төйәләҫ буйына, мәкегә төштөләр. Таҙа, ҡышҡы һалҡын һыуҙа сайылған ҡаҙҙар тағыла матур төҫкә инделәр. Келәткә эленде, бер ҙур эш бөттө. Ҡаҙ итенән өлөш һәр береһенә мул ғына эләкте, ә ҡоймағы телде йоторлоҡ ине. Бына бит боронғо йолаларҙың бай, йөкмәткеле булыуы һәм кире тергеҙелеүе шатландыра.
Аҫылбаевтарға именлектә, һаулыҡта, балалары, тыуғандары менән бергә ризыҡланырға насип итһен.
+24 °С
Ямғыр




























