

Билал ауыл китапханаһында Әсәйҙәр көнө уңайынан асыҡ ишектәр көнө үтте. Уны китапханасы Райхана Булатова үткәрҙе. Ауыл хакимиәте башлығы Данис Иҫәнъюлов, һалым буйынса белгес Гөлгөнә Асҡарова, фельдшер Роза Сәғитова, Билал ауылы депутаттары Гөлнәфис Сирусина, Радмир Мәһәҙиев, Һәмән ауылы старостаһы Азамат Йәрмөхәмәтов, ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Әминев, Ҡоролтай рәйесе Илдүсә Әминева, почта начальнигы Гөлдәр Аблаева, "Һаҡмар" гәзите хәбәрсеһе Эльмира Кейекҡужина халыҡты төрлө һорауҙар буйынса ҡабул итте. Ауыл халҡы үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бик күп һорауҙарға яуап алды. Бындай алым бик уңышлы булды тиҙәр бөгөнгө сарала ҡатнашыусылар. Артабан да "Асыҡ ишектәр" көнөн йышыраҡ үткәреүҙе һоранылар.
Сара һуңынан ауылдаштарҙы самауыр сәйе менән һыйлаусы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙинаға һәм клуб хеҙмәткәре Сәғилә Ғайсинаға ҙур рәхмәт!