+21 °С
Болотло


#Беҙбергә акцияһына Һаҡмар ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды. Ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышып, йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләнеләр. Шулай уҡ күстәнәстәр ҙә алып килгәндәр ине.
Быларҙың барыһы ла махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә барып етер, тип ышанайыҡ. Ни булһа ла илебеҙгә тыныслыҡ килһен. Был ҡул йылыһы һалынып бәйләнгән ойоҡбаштар һәм бейәләй-бирсәткәләр ир-егеттәребеҙҙе һалҡын ҡыштарҙа йылытһын.