Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
5 Октябрь 2023, 16:23

Хәлиуллиндар үҙ аллеяһын булдырҙы

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

#ЗеленаяБашкирия #ЙәшелБашкортостан #Ауылымуңғандары Йәрмөхәмәт ауылының ир-уҙаманы Хәлиуллин Ғибәҙулла Мөхәрләм улы күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы — үҙҙәренең ғаилә аллеяһын булдырҙы. Үҙенең инциативаһы менән сығымдарҙы ла үҙе күтәреп, арыуыҡ ҡына ерҙе кәртәләп алып, ҡоймаларын буяп, бөгөн шул аллеяға 20 төп ҡарағай ағасы ултыртыуға өлгәште. Уға ярҙамға бер тыуған ағаһы һәм апалары ла ҡушылды. Һәр ғаилә уҙенең ағасын ултыртты. Һөҙөмтәлә Йәрмөхәмәт ауылында тағы ла бик матур аллея барлыҡҡа килде. Ауылдың ысын патриоты тип ғорурлыҡ менән әйтергә генә ҡала Ғибәҙулла Хәлиуллинды 👍Афарин👋🤝Ултыртҡан ағастар гөрләп үҫеп китһен🙏 Альбина Байымова, Ярат ауылы биләмә башлығы.

Хәлиуллиндар үҙ аллеяһын булдырҙы
Хәлиуллиндар үҙ аллеяһын булдырҙы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас