Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ғаилә йылы
21 Сентябрь 2023, 10:55

Өмөтбай мәктәбе яугирҙәр өсөн борщ япты

Өмөтбай мәктәбе баҡсаһында мул итеп үҫтереп алған уңышынан борщтар япты. “Яугирҙәребеҙ генә имен-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын. Беҙ ярҙам итергә әҙер!” ти Өмөтбай уңғанбикәләре...

Өмөтбай мәктәбе яугирҙәр өсөн борщ яптыӨмөтбай мәктәбе яугирҙәр өсөн борщ япты
Өмөтбай мәктәбе яугирҙәр өсөн борщ япты

Ҡаһармандар дәүере

Өмөтбай мәктәбе яугирҙәр өсөн борщ япты

Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан һәр яугир менән осрашып ҡалырға тырышам. Уларҙың хәлдәрен белешеү, таныш-туғандарҙы һорашыу күңелде бер аҙға тынысландырғандай була.

Яугирҙәребеҙ һәр саҡ: “Баймаҡтан булыуыбыҙ менән ғорурланып хеҙмәт итәбеҙ. Сөнки яҡташтарыбыҙҙың ярҙамын ныҡ тоябыҙ. Уларҙың һәр береһенә рәхмәт белдерәбеҙ”,-ти улар.

Ысынлап та, махсус хәрби операция башланғандан алып баймаҡтар яугирҙәребеҙгә ярҙамға дәррәү тотондо. Район хакимиәте, ойошма-учреждениелар, фермерҙар, эшҡыуарҙар уларға кәрәкле транспорт саралары, тепловизор һ.б. кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итһә, халыҡ йылы ойоҡбаш, шарф, бирсәткәләр бәйләне, мал һуйып, быҡтырылған ит япты, дарыу үләндәре киптерҙе, ҡорот, ҡаҙыһын хәстәрләне.

Һәм был ярҙам бер ҙә туҡтағаны юҡ. Әле бына Ярат мәктәбе тотош районды маскировкалау сеткаларын дөрөҫ итеп әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен бирә.

Өмөтбай мәктәбе баҡсаһында мул итеп үҫтереп алған уңышынан борщтар япты. “Яугирҙәребеҙ генә имен-һау һәм Еңеү менән әйләнеп ҡайтһын. Беҙ ярҙам итергә әҙер!” ти Өмөтбай уңғанбикәләре.

Афарин, мәктәп! Афарин, яҡташтар!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Өмөтбай мәктәбе яугирҙәр өсөн борщ япты
Өмөтбай мәктәбе яугирҙәр өсөн борщ япты
Өмөтбай мәктәбе яугирҙәр өсөн борщ япты
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас