+21 °С
Болотло
«Эсер һыуыбыҙ таҙа булһын!»- ти күгиҙелдәр Баймаҡ районы Күгиҙел ауылы ағинәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы уңғандары мәсет ҡоҙоғон таҙалаған. Бар халыҡ яратып эскән шишмә мәсет эргәһендә булғанға уны «Мәсет ҡоҙоғо», тип йөрөтәләр. Ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итергә Фидан Гайнетдинов техника менән сыҡҡан. Кәртәләнеп алынған ҡоҙоҡ майҙансығы үҫкән ағастарҙан, ҡыйҙан таҙартылған. «Өмәлә ҡатнашҡандарға ауыл исеменән рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын, Аллаһтың рәхмәте яуһын, сауаптарын насип әйләһен🤲», - ти Күгиҙел ауылы китапханасыһы Әлиә Дауытбаева.