Ғаилә йылы
9 Сентябрь 2023, 05:30

Кеше эше менән маҡтаулы

Уларҙың хеҙмәтен халыҡ та онотмай. Мәҫәлән, Үрге Яйыҡбай ауылында... тулыраҡ беҙҙең сайтта.

КЕШЕ ЭШЕ МЕНӘН МАҠТАУЛЫ ! Үрге Яйыҡбай ауылының ихтирамлы шәхестәре - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре Ғарифуллина Ғәлиә Ғәле ҡыҙы, Танһыҡҡужин Сәхиулла Нуриәхмәт улы, Рахмағолов Әширәф Ишйәр улы, Буранбаев Зәйнулла Заһит улы, Башҡортостан АССР-ның иң яҡшы сусҡа ҡараусыһы Рысҡужина Зәбирә Фәтхулла ҡыҙы, ауылдың почетлы гражданы Рәсүлев Әюп Мөхәмәткилде улы, күренекле һунарсы, ҡул эштәре оҫтаһы Фәйзуллин Билал Сәғит улы йәшәгән йорттарға маҡтаулы табличкалар эшләтеп ҡуйғандар. Был тәңгәлдә эш артабан да дауам ителәсәк, тип хәбәр итә Үрге Яйыҡбай ауылы ағинәйҙәре.

Кеше эше менән маҡтаулы
Кеше эше менән маҡтаулы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас