

Ватан һағына баҫырға теләүселәргә
Һуңғы осор хәрби контракт төҙөргә теләгән ир-егеттәр һаны арта бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Баймаҡ ҡалаһында “Семья” сауҙа үҙәге алдында ҡуйылған контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты (махсус палатка) хәҙер “Мегаполис” сауҙа үҙәгенә күсте (Баймаҡ ҡалаһы, Есенин урамы, 15). Бында мөрәжәғәт итеп, һеҙ хәрби контракт тураһында бар һорауҙарығыҙға яуап аласаҡһығыҙ. Пункт дүшәмбе – йома көндәрендәре иртәнге туғыҙҙан киске бишкә тиклем эшләй. Бынан тыш Баймаҡ хәрби комиссариаты ла бар һорауҙарығыҙға яуап бирер: 3-10-94, 3-16-11, 3-16-39.
Йыш ҡына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй ташламалар ҡаралғаны тураһында һорауҙар бирәләр. Уларҙы һанап үтәйек:
- хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы һәм тейешле ташламалар
- кредит һәм һалым каникулдары
- балаларын юғары уҡыу йорттарында уҡытыу өсөн бюджет урындар
- балаларын йәйге сәләмәтләндереү лагерҙарында бушлай ял иттереү
- йәрәхәтләнгәндә ( имгәнгәндә) һәм һәләк булғанда страховка түләүҙәре
- реабилитация һәм яраҡлашыу йәһәтенән социаль программалар
- Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә ташламалары һәм гарантиялары
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн 2023 йылға 33 ярҙам сараһы ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү тураһындағы бойороғо - түбәндәге һылтанмаларҙа:
https://npa.bashkortostan.ru/36683/;
https://npa.bashkortostan.ru/36811/
Хөрмәт Хәмитов, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондарының хәрби комиссары.