

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыуын дауам итә. Бөгөн Фәнис Ғәбдрәшит улы яу яланынан ҡайтҡан биш батырыбыҙ менән осрашты.
Яугирҙәрҙең кәйефтәре көр булыуы улар өсөн борсолған күңелде бер аҙ баҫҡандай булды. “Беҙҙең барыһы ла һәйбәт, үҙегеҙ нисек һуң?”-тип йылмайҙы ир-егеттәр уларҙың хәлен һорашҡанда.
Осрашыуҙа шулай уҡ хәрби комиссар Хөрмәт Хәмитов, район хакимиәте башлығының урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, эштәр идарасаһы Илгиз Байымов, “Газпром газ бүлеү” компанияһы, күп функциялы үҙәктең белгестәре ҡатнашты. Улар яугирҙәрҙе борсоған һәм ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ентекле яуап бирҙе.
Ҡышҡа ҡарай яугирҙәрҙе үҙҙәренең, ата-әсәләренең йорттарына газ үткәреү, уны күпме ваҡытта эшләп булыуы, ниндәй документтар кәрәклеге һорауҙары ҡыҙыҡһындырҙы. Һәр һорауға ентекле яуап бирелде.
Фәнис Ғәбдрәшит улы: “Егеттәр, үҙегеҙ өйҙә саҡта, ниҙәр борсой, нимәләр кәрәк – барыһын да әйтегеҙ. Барыһын да эшләргә тырышырбыҙ. Һеҙҙең менән хәбәрҙар булып торғас, күп һорауҙарығыҙҙы беләм. Уларҙы хәл итеү өсөн барыһы ла эшләнә. Атай-әсәйҙәрегеҙ, ғаиләләрегеҙ ҙә беҙҙең иғтибар үҙәгендә”,-тине.
Яугирҙәр рәхмәтен белдереп: “Әлбиттә яҡташтарыбыҙҙың беҙҙе хәстәрләп, беҙҙең өсөн борсолоп тороуҙарын тойоп хеҙмәт итәбеҙ. Тыуған Баймағыбыҙҙан ярҙам күп килә. Уларҙан йылылыҡ бөркөлә. Район хакимиәте башлығы Фәнис ағайға һәр саҡ шылтыратып булыуы ла күп мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә. Ул һәр саҡ беҙҙе тыңлай һәм ярҙам итергә әҙер. Башҡа етәкселәр ҙә иғтибарлы һәм ихтирамлы. Бар теләгебеҙ – Еңеү яулап, имен- һау әйләнеп ҡайтыу”,-тине.
Изге теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын, яугирҙәр!
Гүзәл Иҫәнгилдина.