Ғаилә йылы
28 Августа 2023, 07:05

Биш һумлыҡ аҡса сыҡты

Башҡортостанда биш һумлыҡ яңы купюралар әйләнешкә индеУлар 1998 йылғы өлгөләге банкноталарҙан айырылмай, әммә хеҙмәт итеү ваҡыты оҙаҡҡа иҫәпләнгән. Хәҙер купюралар һаҡлағыс лак менән ҡаплана, был хеҙмәт итеү ваҡытын 30 процентҡа арттыра. Рәсәй банкыһы уларҙы 2022 йылда яңынан сығара башланы...

Биш һумлыҡ аҡса сыҡтыБиш һумлыҡ аҡса сыҡты
Биш һумлыҡ аҡса сыҡты

Башҡортостанда биш һумлыҡ яңы купюралар әйләнешкә инде

Улар 1998 йылғы өлгөләге банкноталарҙан айырылмай, әммә хеҙмәт итеү ваҡыты оҙаҡҡа иҫәпләнгән. Хәҙер купюралар һаҡлағыс лак менән ҡаплана, был хеҙмәт итеү ваҡытын 30 процентҡа арттыра. Рәсәй банкыһы уларҙы 2022 йылда яңынан сығара башланы.

«Биш һумлыҡ купюралар әйләнештән алынманы, бары тик бер нисә йыл баҫылманы һәм шуға һирәк осрай ине. Уларға ике меңенсе йылдар башында ихтыяж булды, ләкин купюралар тиҙ туҙҙы. Һөҙөмтәлә Рәсәй банкыһы уларҙы тимер аҡсаға алмаштырҙы. Хәҙер иһә тимер аҡса һуғыуға ҡарағанда ҡағыҙ купюра отошлораҡ», - тип аңлатты Рәсәй банкыһының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.

Шул уҡ ваҡытта биш һумлыҡ тимер аҡсаларҙы банкноталар менән алмаштырыу хаҡында һүҙ бармай - икеһе лә берҙәй әйләнештә йөрөйәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас