Ғаилә йылы
25 Август 2023, 11:35

Батыр - тылда ла батыр

Башҡортостанға махсус операциянан ялға ҡайтҡан яугир инвалид күршеһен үлемдән ҡотҡарған. Илдәрис янған йортҡа йүгереп барған һәм гараждан балта алып, өй тәҙрәһен ярған. Ҡуйы төтөн араһында ул иҙәндә ыңғырашып ятҡан күршеһен табып алған...

Батыр - тылда ла батырБатыр - тылда ла батыр
Батыр - тылда ла батыр

Башҡортостанға махсус операциянан ялға ҡайтҡан яугир инвалид күршеһен үлемдән ҡотҡарған. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 21 йәшлек Илдәрис отпускыһы ваҡытында Балтас районында йәшәүсе ата-әсәһе янына ҡайтҡан. Һалдаттың атаһы мунса тоҡандырырға сыҡҡан һәм күршеләрендәге янғынды күреп ярҙамға саҡырырға тотонған. 

Илдәрис янған йортҡа йүгереп барған һәм гараждан балта алып, өй тәҙрәһен ярған. Ҡуйы төтөн араһында ул иҙәндә ыңғырашып ятҡан күршеһен табып алған. Батыр һалдат ирҙе емерек тәҙрә аша сығарып алған. 

Асыҡланыуынса, ғәрип күршеһе янып киткән йорт эсенән сыға алмай ятҡан.

Илдәрис ирҙе уттан ситкәрәк алып барып һалған. Һанаулы минуттар эсендә янғын бөтә йортто ялмап алған. Ваҡиға урынына килгән табиптар зыян күреүсегә ярҙам күрһәткән. 

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-08-25/bash-ortostandan-mahsus-operatsiyala-atnashyusy-aldat-invalid-k-rshe-en-yan-an-yorttan-sy-ar-an-3405154

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас