

Конкурсты ябыу тантанаһы Шүлгәнташ музей комплексында уҙҙы. Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан, Рәсәйҙең Силәбе, Ырымбур кеүек өлкәләренән килгән 133 баланың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы: һәр сығыш яһаусы бала, ижади коллективтар төрлө ойошмалар, матбуғат баҫмаларының махсус бүләктәренә лайыҡ булды.
"Аҡбуҙат" журналының махсус бүләге һәм Маҡтау ҡағыҙы Баймаҡ ҡалаһының "Айыуҡай" балалар баҡсаһынан Айгүзәл Ҡаҙаҡбаеваға тапшырылды.
Бәләкәстәрҙән "Урал батыр" эпосын яңғыҙ башҡарыусылар араһынан Әҙилә Әминева I урынды яулаһа, эпосты сәхнәләштереү буйынса башланғыс кластар араһында тәүге урын Өфөләге "Смарт" 2-се полилингваль мәктәпкә эләкте. Балалар баҡсалары араһында сәхнәләштереү номинацияһында Йылайыр районы командаһы еңеү яуланы.
Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡыусылары "Урал батыр"ҙы сәхнәләштереү буйынса беренсе ине, һәм был лайыҡлы исемдәрен улар эпостан өҙөктө оҫта итеп ҙур сәхнәлә уйнап аҡланы. Уралдың Ҡатил батша илендәге мажараларын театр әҫәрендә ҡуйған Бөрйәндәр, афарин!
Абсолют еңеүсе, Гран-при эйәһе — Өфөләге Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Рәзинә Шахморатова!
— Тәү сиратта мине бәйгегә әҙерләгән әсәйемә рәхмәт! "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында 1-се кластан алып инде 11 йыл ҡатнашам. "Урал батыр" — рухи ҡомартҡыбыҙ, уны һаҡлайыҡ! - тине еңеүсе ҡыҙ.
Бәйге тамам. Әммә был күңелдәрҙә Урал батыр рухы ҡабыҙған осҡон һүнде тигәнде аңлатмай әле. Уны йыл әйләнәһенә һүрелтмәй, киләһе бәйгегә ярыш сәмен арттырыусы балаларыбыҙ бар.
Айгөл ҒӘБИТОВА.
Фото: Айгөл Ғәбитова.
https://amanat.su/news/novosti/2023-08-18/ural-batyr-25-se-t-b-k-ara-y-sh-s-s-nd-r-konkursy-e-e-sel-re-bild-l-nde-3394227