25-27 августа Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк.
Төп саралар программаһын 26 авгусҡа планлаштырылған. Санкт-Петербург – бик ҡыҙыҡлы, тарихи ҡала. Сәфәр сиктәрендә рәсми осрашыуҙар буласаҡ. Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөләсәк. Бынан тыш, бизнес-миссия эше ойоштороласаҡ.
Санкт-Петербург иҡтисад һәм ҡала инфраструктураһы үҫешенең яҡшы динамикаһын күрһәтә, тип билдәләне республика Башлығы.
– Парк сәнғәте – был ҡала өсөн ғәҙәти күренеш. Шул уҡ ваҡытта яңы йәмәғәт биләмәләре, мәҫәлән, “Яңы Голландия” паркы барлыҡҡа килә. Төҙөкләндереү буйынса бик ҡыҙыҡлы ҡарарҙар ҙа бар, – тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ республика йәрминкәһен һәм Башҡортостандағы иң яҡшы ижади коллективтарҙың сығыштарын үҙ эсенә алған ҙур мәҙәни программаны иғлан итте.
Тулыраҡ мәғлүмәт - https://spb-and-bashkortostan.ru/