+24 °С
Ямғыр


Түбә ауылында булған дауыл бер нисә йортто, кәртә-ҡураны, усаҡлыҡты ҡыйыҡһыҙ ҡалдырғайны. Улар араһында улы Чечен һуғышында һәләк булған апай ҙа бар.
Ғирфанов Рөстәм 1994 йылда әрмегә алына. Өлгөлө хеҙмәте өсөн өлкән сержант дәрәжәһенә барып етә. Хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Уға "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы ир-егеттәре ярҙамға ашыҡты. Улар барып ҡыйыҡты ремонтлап ҡайтты. Афарин, егеттәр!