– Эйе, яһалма ҡаршылыҡтар хәҙер беҙҙең ҡала өсөн дә бик актуаль. Сөнки транспорт көндән-көн күбәйә, шәп тиҙлектә йөрөгән водителдәр ҙа бихисап. Һөҙөмтәлә, авариялар һаны, юлда йәрәхәтләнгән, һәләк булғандар һаны арта. Яһалма ҡаршылыҡтар тейешле стандартҡа тура килергә һәм уларҙың алдынан иҫкәртеүсе билдәләр булырға тейеш, ти ЮХХДИ инспекторҙары.
Хәҙерге ваҡытта яһалма ҡаршылыҡтар тейешле стандартҡа ярашлы эшләнә һәм уларҙың алдына билдәләр ҡуйыла. Халыҡтың күпселеге улар мотлаҡ булырға тейеш, сөнки водителдәр үтә тиҙ йөрөй, тип иҫәпләй.