

Баймаҡ ҡалаһы сираттағы мәртәбә уңайлы ҡала мөхитен үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй проекттары конкурсында еңеп сыҡты! Беҙҙең проектыбыҙ "Вольный берег" тип атала. Уға ярашлы, С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы тулыһынса үҙгәртеләсәк. Таналыҡ буйын яратҡан, әүҙем ял итеүгә өҫтөнлөк биргән, спорт менән шөғөлләнгән кешеләр өсөн бар шарттар тыуҙырыласаҡ.
Был хаҡта ҡала биләмәһе башлығы Радмир Иҫәнбаев бөгөн район башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте:
- Проекттың еңеүе - берҙәм коллективтың эш һөҙөмтәһе. Республиканан 7 муниципаль берәмек ошо проекттар конкурсында ҡатнашты. Шуларҙың икәүһе, шуларҙың иҫәбендә беҙҙең Баймаҡ ҡалаһының, проекты еңеүгә өлгәште. Бар күңелдән БР Башлығы Администрацияһы, Хөкүмәтенә, торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына, ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы үҫтереү институтына, Мәскәү ҡалаһының проектлаусыларына һәм эксперттарына, район хакимиәтенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Мәскәү проектсылары беҙгә бер нисә мәртәбә килеп ҡайтты, ныҡ ярҙам итте, көн дә тиерлек шылтыратып торҙолар. Шулай уҡ ошо проектты хуплап сығыш яһаған Баймаҡ халҡына ҙур рәхмәт. Ҡаланың ойошма-учреждениелары проектты күтәреп алды. Маҡсатыбыҙға өлгәштек! 2024 йылда проектты тормошҡа ашырыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Әйтеп үтке килә, һуңғы йылдарҙа Баймаҡ калаһын матурлауға ҙур иғтибар бирелә. Ҡала биләмәһе хакимиәтенең федераль проекттарҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәшеүе лә оло маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
Хәҙерге ваҡытта С. Юлаев исемендәге паркты үҙ итеүселәр бик күп. Бында йыл әйләнәһенә скандинав йөрөшөн үҙ иткән, йүгергән, тренажерҙарҙа шөғөлләнгән баймаҡтар иртә таңдан кискә тиклем була. Ял көндәрендә ата-әсәләр балалары менән ял итергә килә. Шуға күрә яратҡан паркыбыҙҙың яңы проектҡа ярашлы үҙгәрәсәге барыбыҙ өсөн дә һөйөнөслө хәбәр.
Гүзәл Иҫәнгилдина.