Ғаилә йылы
24 Июль 2023, 06:50

Башҡорт теле уҡытыусылары йыйыла

Башҡорт теле дәүләт теле булмаған төбәктәрҙә эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн Силәбелә туған башҡорт телен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә арналған "Белем" төбәк-ара конференцияһы ойошторола. Яңыраҡ был проект Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булды...

Башҡорт теле уҡытыусылары йыйылаБашҡорт теле уҡытыусылары йыйыла
Башҡорт теле уҡытыусылары йыйыла

Башҡорт теле дәүләт теле булмаған төбәктәрҙә эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашыу өсөн Силәбелә туған башҡорт телен һаҡлауға һәм өйрәнеүгә арналған "Белем" төбәк-ара конференцияһы ойошторола. Яңыраҡ был проект Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеүсе булды.

Бында Силәбе, Свердловск, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләре уҡытыусылары йыйыла. Был төбәктәрҙә башҡорттар тығыҙ йәшәй һәм улар өсөн туған телде өйрәнеү көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Конференцияны даими үткәреү ниәте бар. 

Гранттың заявкаһында билдәләнеүенсә, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың күпселеге — Силәбе өлкәһендә. Туған телен өйрәнгән милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Төп проблемаларҙың береһе —уҡытыусыларҙың бер-береһе менән тейешенсә аралашмауы, һөҙөмтәлә биреү учреждениеларында ла уҡытыу кимәле түбәнәйә, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтөнләй юҡҡа сыға.

Шуға күрә мөһим мәсьәләләрҙе ҡарау өсөн туған тел уҡытыусыларына айырым майҙансыҡ ойошторорға ҡарар ителде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас