

«Башҡорт аты» — Баймаҡ ҡына түгел, республика кимәлендәге фестиваль, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һәм уны ойоштороу эшенә булышлыҡ итергә ҡушты.
— Был — башҡорт тоҡомло аттарға бәйле сара. Ул йылдан-йыл әһәмиәтлерәк ваҡиғаға әүерелергә тейеш. Һуңғараҡ ул төбәк-ара фестиваль булыр. Ҡалмыҡтар, ҡарасай-черкестар, татарҙар беҙҙең менән ошо йүнәлештә аралашырға теләй. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Урал аръяғы райондары муниципалитеттары башлыҡтарына ла мөрәжәғәт итәм, һеҙҙең егеттәр килһен, ярҙам итһен. Был Баймаҡ ҡына түгел, ә республика фестивале, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
— Эш уңышлы дауам итә, ышанысығыҙҙы аҡларбыҙ, әҙерлекте тәьмин итербеҙ, — тине Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
11-13 августа Граф күле буйында икенсе «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале үтәсәк.