Ғаилә йылы
17 Июль 2023, 13:50

Ысын ир-егеттәргә ярырышыу ҡомары хас...

Иң көслө кеше исемен йөрөтөү күңелдә ниндәй тойғолар уята икән? Шундай баһадир булыу өсөн тәбиғәт уға башҡаларға ҡарағанда көс-ғәйрәтте күберәк биргәнме әллә уның башҡа серҙәре бармы? Донъяны шаулатҡан рекордтарҙы ҡуйыу өсөн спорт залында йоҡларға тура киләме икән әллә? Эйе, һеҙ дөрөҫ аңланығыҙ. Бөгөн беҙҙең йома ҡунағы – Рәсәйҙең иң көслө кешеһе, Гиннестың рекордтар китабына ингән Эльбрус Ниғмәтуллин!

Ысын ир-егеттәргә ярырышыу ҡомары хас...Ысын ир-егеттәргә ярырышыу ҡомары хас...
Ысын ир-егеттәргә ярырышыу ҡомары хас...

– Эльбрус Хәмит улы, Баймаҡ яҡтарын онотмайһығыҙ.

– Һеҙҙең яҡтарҙы күптән үҙ иткәнмен. Тәбиғәте, унан бигерәк кешеләре бик оҡшай. Баймаҡ ир-егеттәре үҙенсәлекле, көслө булыуы менән айырыла, спорт менән шөғөлләнеүселәр, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр күп. Ғөмүмән, мин һаулығын хәстәрләгән, физик күнекмәләр менән дуҫ булған кешеләрҙе бик ихтирам итәм. Баймаҡ ҡалаһында иртәнге күнекмәләр яһағанда ла, ял көнө булыуы, ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, үҙәк майҙанға халыҡ күп йыйылғайны. Бер ҙә “бөгөн ял” тип йоҡлап ятмағандар. Был маҡтауға ғына лайыҡ.

– Һеҙ бала саҡтан үҙегеҙҙе илебеҙҙең иң көслө кешеһе, баһадир итеп күрҙегеҙме?

– Юҡ, әлбиттә. Мин егерь булырға хыяллана инем. Урман ҡуйынында уҡ булмаһа ла, уның янында йәшәргә теләй инем.

– Әммә һеҙ спорт тарихына юйылмаҫ эҙ һалған батырға әүерелдегеҙ. Был нисек килеп сыҡты?

– Һикһәненсе йылдарҙа олимпиада спортсылары, бодибилдерҙарҙың фотоһүрәттәре ҡуйылған постерҙарҙы күреп ҡалдым. Һәм улар кеүек булырға ғына түгел, ә минең өсөн дә илебеҙ гимны яңғырауы тураһында хыяллана башланым. Ул саҡта миңә 13 йәш тирәһе булғандыр. Һәм мин спорт менән шөғөлләнә башланым. 16 йәшемдә армспорт буйынса тәүге еңеүемде яуланым. Үҙемдән өлкәнерәк ир-егеттәрҙе еңеп, район чемпионы булып киттем. Миңә батмус бүләк иттеләр. Уны алып ҡайтып әсәйемә бүләк иттем, ул бик ҡыуанды. Батмус тәүге еңеүемдең билдәһе булып әле лә ҡәҙерләп һаҡлана – эленеп тора.

– Һеҙҙең спорт менән мауығып китеүегеҙҙе ата-әсәйегеҙ нисек ҡабул итте?

– Улар мине тәүҙә аңламай ине. 13 йәшлек улдары ишек алдында качалка эшләп алып, көн-төн гер, атайҙың ломдарын күтәреп маташыуын улар нисектер һағайып ҡабул итте. Әйткәндәй, әсәйем һуңғы көндәренә тиклем минең сығыштарымды ҡарай алманы. Бик борсола ине минең өсөн. Һәр саҡ: “Ҡуй, Эльбрус, ташла шул нәмәләреңде”, – тип әйтеп алыр ине. Мин, ярай, тием дә, сираттағы ярыштарға әҙерләнә башлайым. Әсәйем минең атайым кеүек үк механизатор булыуымды, уларҙың янында ғына ҙур итеп йорт һалып, күрше урамдағы ҡыҙҙы кәләш итеп алып йәшәүем тураһында хыялланды. Һөйөклө кешем һәр саҡ мине үҙенсә контролдә тоторға тырышты. Һуңғы көндәренә тиклем миңә кәнфит, башҡа тәмлекәстәр ташыны, ит бешерһә, ҙур итеп өлөш ҡалдырып ҡуйыр ине. Әсәйем мине бик иркәләтте. Эйе, мин – “әсәһенең малайы” һәм бының менән хатта ғорурланам. Ата-әсәйем мине сикһеҙ һөйөү һәм мөхәббәткә сорнап үҫтерҙе, шуға бик бәхетлемен.

– Әсәйегеҙҙең һеҙгә ҡарата тағы ниндәй борсолоуҙары булды?

– Минең оҙаҡ өйләнмәй йөрөүем.

– Һеҙ һуң өйләндегеҙме?

– Эйе, 38 йәштә. Беҙ, ир-егеттәр, бер яҡлыраҡ уйлайбыҙ бит. Өйләнер өсөн өй алайым әле, машина, аҡса йыяйым тип. Мин “ҡасан өйләнәһең?” тип туҡтауһыҙ һорауҙарҙан шулай тиеп ҡотола торғайным. Ә үҙем, ысынын әйткәндә, ысын мөхәббәтемде эҙләнем һәм яңылышырға ҡурҡтым.

– Тимәк, ысын һөйөүегеҙҙе таптығыҙ?

– Эйе. Минең ҡатыныма: “Һиңә рәхәт, шундай ирҙең ышығында йәшәйһең”, тип әйтеүселәр ҙә бар. Ысынында улай түгел. Минең холҡом бик үк ябайҙан түгел (йылмая).

– Ғаилә ҡороу тормошоғоҙҙо үҙгәрттеме?

– Тулыһынса! Элек үҙем өсөн генә йәшәһәм, өйләнеү менән яуаплылыҡ барлыҡҡа килде. Буйҙаҡ саҡта мин бер көн менән йәшәй инем. Хәҙер улым, ҡыҙым булғас, хәҙергене ныҡлап хәстәрләргә, киләсәкте уйларға, планлаштырырға тура килә. Һәм мин быны оло ҡәнәғәтлек тойғолары менән эшләйем.

– Һеҙҙең алама ғәҙәттәрегеҙ бармы?

– Өйләнгәнгә тиклем бар ине (көлә). Буйҙаҡ саҡта таң ата башлағас йоҡларға ятып, төшкә тиклем йоҡлап була ине. Хәҙер улай түгел. Сөнки иртәнсәк балаларҙы мәктәпкә, унан төрлө түңәрәктәргә алып барырға кәрәк. Барыһы ла тейешле режим буйынса.

– Һеҙҙең иҫ киткес көсөгөҙҙөң сере нимәлә?

– Эш генетикала, йәғни нәҫелдә түгел (йылмая). Барыһы ла минең кәрәк саҡта бар физик һәм эмоциональ көсөмдө бергә туплай алыуымда. Һәм, әлбиттә, мин бик күп шөғөлләнәм. Спорт залынан сыҡмай тиерлек. Был айырыуса төрлө ярыштар, рекорд ҡуйыу ваҡытында шулай булды.

– Хәҙер мускулдарҙы үҫтереп ебәреү өсөн төрлө уколдар ҙа бар бит...

– Спорт һәм дөрөҫ туҡланыуҙы, төрлө аҙыҡ өҫтәлмәләре һәм һеҙ укол тип атаған химияны айырып ҡарап өйрәнергә кәрәк. Тренажер залында үҙе өсөн генә шөғөлләнеүселәр ҙә, йәһәт кенә һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн, шундай химик алымдарға бара. Был төптө дөрөҫ түгел. Ниндәйҙер образ артынан ҡыуырға кәрәкмәй. Һәр кемдең организмы үҙенсәлекле, уға ҡараш та шундай булырға тейеш. Мускулдарҙы химик рәүештә йәһәт кенә үҫтерер алдынан уйларға кәрәк. Өрөп тултырылған тәнгә ҡарата, мейеңде эшләтеп, аҡыллы

булыу күпкә отошло.

– Ә һеҙ ниндәйҙер диета тотаһығыҙмы?

– Иң мөһиме – сифатлы аҙыҡ-түлек менән туҡланыу. Эйе, туҡтауһыҙ ярыштар булған саҡта йәки сираттағы рекорд ҡуйыр алдынан аҙыҡ рационым көнөнә 3-5 мең ккал була торғайны. Ул саҡта минең тән ауырлығым 146 килограмға барып етә ине. Шул уҡ ваҡытта “Уй, был ярамай, теге зыянлы” тип ултырырға ла яратмайым. Ашағым килә икән, зыянлы булып һаналған аҙыҡты ла ҡайһы саҡта алып ашайым.

– Һеҙ йорт күтәрәһегеҙме, дөйәме, йәки самолетты урынынан шылдыраһығыҙмы йәки пароходтымы, сабып барған атты туҡтатаһығыҙмы – был иҫ киткес ваҡиғаны ҡарарға халыҡ күпләп йыйыла. Ни өсөн ошондай күренештәр ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра икән?

– Барыһы ла әҙәм балаһының тәбиғәтенәндер. Бигерәк тә ир-егеттәрҙең. Сөнки көслө затҡа юғары тестостерон һәм ярышыу ҡомары хас. Беҙҙең тәбиғәтебеҙ шундай. Бар тормошобоҙ – ярыш. Кемдең машинаһы “текә”рәк йәки мөмкинселектәре күберәк. Шулай бит? Был ысын ирҙәргә хас һыҙат. Һәм һәр ир-егет иң көслөһө булырға ла тырыша. Бында ҡатын-ҡыҙҙарҙың да роле ҙур. Сөнки беҙ һеҙгә оҡшарға тырышабыҙ, һеҙ беҙҙең аранан иң көслөһөн һайлап алһын тип ярышабыҙ. Был мамонттарға һунар итеү осоронан килә. Ул саҡта ла ҡатын-ҡыҙҙар мамонтты йыға һуғып, үҙен туйындыра алған көслө батырҙы һайлаған (йылмая). Әлбиттә, хәҙер һеҙҙе ашатыу өсөн ҡырағай һунар кәрәкмәй, мускулдарға ла бик иғтибар итмәйҙәрҙер. Әммә беҙ тәбиғәт балаһы икәнлегебеҙҙе оноторға тейеш түгелбеҙ. Ир-егет көслө булырға тейеш. Яһалма рәүештә организмға тестостерон препараттары ебәргәнсе, физик күнекмәләр, спорт менән ир булмышыңды тоторға кәрәк. Ә ундайҙар һәр илдә арта бара. Шуға күрә ир-егеттәрҙең тәбиғи, хатта ҡырағай көсө күрһәтелгән ошондай ярыштар халыҡтың иғтибарын үҙенә йәлеп итә лә.

– Һеҙ Арғаяш районының бәләкәй генә ауылынан үҙ тырышлығығыҙ менән старт алып, үҙегеҙҙе бөтә донъяға таныта алған кеше. Тимәк, дан яулау өсөн мотлаҡ ҙур ҡалала тыуып, махсус спорт һарайҙарында шөғөлләнергә кәрәкмәй...

– Әлбиттә! Теләгең генә булһын! “Сәкән һуғыр инек, катогыбыҙ юҡ, туп тибер инек, стадион ҡайҙа беҙгә?” – тип зарланған малайҙарҙы, ир-егеттәрҙе аңламайым. Йылға-күлдәр туңыу менән хок-кей уйнарға була. Футбол уйнау өсөн ике ҙур таштан ҡапҡа эшләйһең. Ғөмүмән, малайҙарға өйөндә турник булһа, мускул үҫтереү өсөн гер, уныһы булмаһа, ихатала ҡулланылған ауыр тимер эш ҡоралдары ярап ҡала. Кешенең үҙенән тора. Йәшәгән ереңдә бер нәмә лә юҡ тип зарланып диванда ятыуы күпкә рәхәтерәк тә ул, әммә нәҡ үҙең өсөн зыянлы икәнлеген оноторға ярамай.

– Һау-сәләмәт булыу өсөн ниндәй спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итер инегеҙ? Спортсыларға түгел, ә көндәлек тормош менән йәшәүселәргә?

– Иртәнсәк күнекмәләр эшләргә. Ябай күнекмәләр: башты бороу, эйелеү, ҡулдарҙы, аяҡтарҙы йөрөтөү, бер урында атлау. Һәм, әлбиттә, хәрәкәтләнегеҙ. Һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, йәйәүләп йөрөп килегеҙ. Бының өсөн аҡса кәрәкмәй. Һауа торошона ярашлы кейенәһең һәм йөрөп киләһең. Көндән-көн араны арттырырға була. Иғтибар итһәгеҙ, хәҙер йәйәү йәки велосипедта йөрөү бик популяр. Күптәр машинаһынан баш тартып, эшенә йәйәү йөрөй башланы. Мин, мәҫәлән, эшенә ун саҡрым булған кешеләрҙең йәйәү йөрөүгә күскәнен беләм. Улар иртәнсәк эшкә йәйәү килә һәм йәйәү ҡайта. Көнөнә 20 саҡрым килеп сыға.

Ике-өс айҙан улар 10 һәм унан күберәк килограмын ташлаған ине. Тәндәре тартылып, матурайып китте. Үҙҙәре “кәйеф һәм йоҡо яҡшырҙы, тубыҡтар һыҙлауын оноттоҡ” тиҙәр. Хәҙерге заман кешеһенең бар бәләһе – тәбиғәттән алыҫлашып, хәрәкәтһеҙ ҡатып ултырыуында. Шунан килә лә инде бар ауырыу-һыҙланыуҙар, төрлө хроник ауырыуҙар. Бәләкәй ауыл һәм ҡалаларҙа йәки ҙур мегаполистарҙа ла кешеләрҙең бер-ике урамды үтеү өсөн генә руль артына ултырыуы аңлашылмай. Әлбиттә, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанабыҙ. Әммә һаулығың өсөн нимә отошло булыуын аңлап, үҙең өсөн кәрәкле минуттарҙы ла мотлаҡ бүлергә кәрәк бит.

– Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрергә яратаһығыҙ?

– Ғаиләм менән бергә булырға яратам. Бынан тыш үҙемә генә хас шөғөлдәрем бар. Ул – һунар һәм балыҡ тотоу. Тотҡан кейекте үҙем әҙерләйем, үҙемдең рецебым буйынса. Ғаиләмә, дуҫтарыма бик оҡшай. Ҡыҙым бигерәк үҙемә оҡшап ысын башҡорт – итте ныҡ ярата (йылмая).

– Тыуған көндәрегеҙгә ниндәй бүләк алырға яратаһығыҙ?

– Бүләктәргә ҡарата бер ниндәй талаптарым юҡ. Бирәләр икән, ысын күңелдән рәхмәт, булмаһа ла ҡурҡынысы юҡ. Тыуған көндәремде лә күп кеше йыйып, шаулап-гөрләп үткәрергә яратмайым. Ғаиләм һәм иң яҡын дуҫтарым янымда булһа, шул етә.

– Һеҙ халыҡ араһында спортты үҫтереүгә күп көс һалған кеше. Был ниндәй маҡсатта эшләнә?

– Мин йәштәргә һәр саҡ әйтәм: донъяуи рекордтар ҡуйыу түгел, ә һаулыҡ иң мөһиме. Шуға күрә маҡсатым халыҡ араһында төрлө спорт төрҙәрен киң йәйелдереү. Бының өсөн ил буйынса бик күп спорт саралары үткәрәм, төрлө проекттар өҫтөндә эшләйем. Мәҫәлән, һәр райондың иң көслө кешеһен билдәләү. Әйтәйек, Арғаяш районының иң көслө кешеһе булыу донъяның иң көслө кешеһе булған кеүек үк бик тә маҡтаулы. Һәм һәр районда шундай кешеләр булырға тейеш. Мәҫәлән, кемдер механизатор булып эшләй, ә буш ваҡытында спорт менән шөғөлләнә һәм балаларын шул йүнәлештә тәрбиәләй, башҡаларға өлгө күрһәтә. Шундай кешеләр күберәк булһын ине. Мин үҙемдең тормош, спорт тәжрибәм менән дә һәр саҡ уртаҡлашырға әҙер.

– Эльбрус Хәмит улы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Беҙ милләтебеҙҙең баһадир улы менән һоҡланабыҙ ҙа, ғорурланабыҙ ҙа һәм, әлбиттә, һеҙгә тик уңыштар, яңы рекордтар теләйбеҙ! 

Гүзәл САЛИХОВА әңгәмәһе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас