+24 °С
Ямғыр


Республикала урман янғындарына ҡаршы көрәш дауам итә.
Бөгөн республикала биш янғын теркәлгән.
Йылайыр районындағы янғын туҡтатылған.
Күгәрсен, Белорет, Бөрйән райондарындағы янғында ғәҙәттән тыш хәл хеҙмәте, ирекмәндәр ут менән көрәшә. Улар техника үтеп инә алмаған иң ауыр ерҙәрҙә эшләй. Рәхмәт, тәбиғәт һаҡсылары!
Тәбиғәткә сыҡҡан, бесән эшләгән кешеләрҙе усаҡтар яҡмаҫҡа саҡырабыҙ. Бар нәмә "гөлт" итергә әҙер булыуын онотмағыҙ! Урман янғынын туҡтатыуы бик ауыр булыуын да хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.