Ғаилә йылы
10 Июль 2023, 10:50

"Ебәк юлы" Баймаҡ аша үтте

Бөгөн "Ебәк юлы" раллиһы районыбыҙ аша үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы район хакимиәие башлығы Фәнис Әминев ҡаршы алды...

"Ебәк юлы" Баймаҡ аша үтте"Ебәк юлы" Баймаҡ аша үтте
"Ебәк юлы" Баймаҡ аша үтте

Бөгөн "Ебәк юлы" раллиһы районыбыҙ аша үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы район хакимиәие башлығы Фәнис Әминев ҡаршы алды. Улар Сосновка ауылы янында туҡтанылар.

Белешмә өсөн:

"Ебәк юлы" халыҡ-ара раллиҙың өс этабы 7-10 июлдә Башҡортостанда ойошторолдо. 2023 йылда ҡатнашыусылар "Ҡазан - Өфө - Мәскәү" маршруты буйынса 5230 саҡрым юл үтте.

Республикала уҙышсыларҙы Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәһе ҡаршы алды. Ралли үткән йома көндө Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһындағы парковканан башланды. Сара ҡунаҡтарын мото-фристайлерҙарҙың сығышы, бейеү номерҙары һәм спортсылар менән фотосессиялар булды, һуңынан машиналар "Өфө-Арена" спорткомплексына юлланды. Икенсе этап 8 июлдә - Әбйәлил һәм Учалы, өсөнсөһө 9 июлдә - Учалы һәм Әбйәлил райондарында 9-сы, дүртенсе этап Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәһендә үткәрелде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас