

«Ебәк юлы» халыҡ-ара раллиҙың өс этабы 7-10 июлдә Башҡортостанда ойошторола. 2023 йылда ҡатнашыусылар «Ҡазан - Өфө - Мәскәү» маршруты буйынса 5230 саҡрым юл үтергә тейеш.
Республикала уҙышсыларҙы Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәһе көтә.Ралли йома көндө Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһындағы парковканан башлана. Сара ҡунаҡтарын мото-фристайлерҙарҙың сығышы, бейеү номерҙары һәм спортсылар менән фотосессиялар көтә, һуңынан машиналар «Өфө-Арена» спорткомплексына юллана. Икенсе этап 8 июлдә - Әбйәлил һәм Учалы, өсөнсөһө 9 июлдә - Учалы һәм Әбйәлил райондарында 9-сы, дүртенсе этап Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәһендә үткәрелә. Ралли беҙҙең районға 10 июлдә килеп етә. Улар Сосновка ауылы янында туҡталасаҡ.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, раллиҙа 20-нән ашыу илдән 750 вәкил киләсәк.