Ғаилә йылы
5 Июль 2023, 10:45

Завод сәғәтенә йөҙ тоннанан ашыу асфальт етештерәсәк

Был йәһәттән беҙҙе ҡалабыҙҙа яңы асфальт-бетон заводы монтажлау башланыуы бик тә һөйөндөргәйне. Сөнки заманса завод беҙҙең районды ғына түгел, ә тотош Урал аръяғын юлдар һалыу һәм ремонтлау өсөн юғары сифатлы асфальт менән тәьмин итәсәк...

Завод сәғәтенә йөҙ тоннанан ашыу асфальт етештерәсәкЗавод сәғәтенә йөҙ тоннанан ашыу асфальт етештерәсәк
Завод сәғәтенә йөҙ тоннанан ашыу асфальт етештерәсәк

Юл мәсьәләһе – халыҡты иң ныҡ борсоған проблемаларҙың береһе. Быны беҙ республика Башлығы Радий Хәбировҡа яҙылған мөрәжәғәттәрҙән дә, беҙҙең редакцияға килгән шылтыратыу-хаттарҙан да яҡшы беләбеҙ.

Был йәһәттән беҙҙе ҡалабыҙҙа яңы асфальт-бетон заводы монтажлау башланыуы бик тә һөйөндөргәйне. Сөнки заманса завод беҙҙең районды ғына түгел, ә тотош Урал аръяғын юлдар һалыу һәм ремонтлау өсөн юғары сифатлы асфальт менән тәьмин итәсәк.

Хәҙерге ваҡытта унда эштәр нисек бара һуң? Баймаҡ ДРСУ-һы начальнигы урынбаҫары Александр Пономарев әйтеүенсә, әлеге ваҡытта заводты сафҡа индереү буйынса эштәр дауам итә.

Яңы асфальт-бетон заводындағы эштәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән тағы ла күреү өсөн унда юл алдыҡ. Беҙҙе мастер Мансур Мәжитов ҡаршы алды. “Эйе, әлеге ваҡытта асфальт-бетон заводын сафҡа индереү буйынса эш әүҙем дауам итә. Был эш Баймаҡ ДРСУ-һы эшселәре тарафынан башҡарыла һәм ярҙамға Күгәрсен районынан бер кран килде. Киләсәктә был завод сәғәтенә 160 тонна самаһы асфальт етештерәсәк”.

Эйе, ҡеүәтле асфальт-бетон заводы юлдарға ҡағылышлы күп проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Шуға күрә тиҙҙән үҙ асфальтыбыҙ буласаҡҡа һөйөнөргә генә ҡала.

Баймаҡтарҙың асфальт – бетон заводы тураһында фекере бер: “Беҙҙең районды ғына түгел, тотош Урал аръяғын сифатлы асфальт менән тәьмин итерлек завод булғас – бик шәп. Баймаҡтар өсөн өҫтәмә эш урындары ла булыр, тип ышанабыҙ”.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас