

Бөгөн махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. Ир-егеттәребеҙгә туғандары, яҡындарының посылкаларынан тыш, район халҡы, ойошмалар әҙерләгән әйберҙәр ҙә барып етәсәк.
Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев гуманитар ярҙамды оҙатып барасаҡ кешеләргә: “Имен-һау йөрөп ҡайтығыҙ. Беҙҙең яугирҙәр һеҙҙе түҙемһеҙлек менән көтә. Улар менән һөйләшкәндә үҙҙәренә ниҙәр кәрәклеген әйттеләр, беҙ ул әйберҙәрҙе әҙерләнек”,-тине.
Һәр ярҙамды әҙерләгәндә яҡташтарымдың берҙәм көс булып күтәрелеп сығыуы менән ғорурланам. Кемдер аҡсалата ярҙам итә, бәғзеләр мал салып, быҡтырылған ит әҙерләй, апай-инәйҙәребеҙ ҡорот, тоҙло май, сәк-сәктән өҙмәй, балалар хаттар яҙа, дарыу үләндәрен йыйып киптерә.
Махсус хәрби операцияла йөрөгән һәр яугиребеҙ ҡәҙерле һәм ғәзиз беҙҙең өсөн! Шуға күрә баймаҡтар уларға йән туғандай итеп ҡарай һәм һәр береһенең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә.