Ғаилә йылы
5 Июль 2023, 12:35

Еңеүсегә - ун миллион һум!

15 июлдә Өфөлә башҡорт тоҡомло аттар өсөн "Терра Башҡортостан" республика ат-спорт турниры башлана. Турнирҙың дөйөм бүләк фонды – 10 миллион һум. Ғәҙәттәгесә, бөтә этаптар ҙа Өфөнөң "Аҡбуҙат" ипподромында ойошторола...

Еңеүсегә - ун миллион һум!Еңеүсегә - ун миллион һум!
Еңеүсегә - ун миллион һум!

15 июлдә Өфөлә башҡорт тоҡомло аттар өсөн "Терра Башҡортостан" республика ат-спорт турниры башлана. Турнирҙың дөйөм бүләк фонды – 10 миллион һум. Ғәҙәттәгесә, бөтә этаптар ҙа Өфөнөң "Аҡбуҙат" ипподромында ойошторола.

"Терра Башҡортостан" турнирын асыу тантанаһының хедлайнерҙары  –популяр музыкант, мульти-инструменталист һәм шоумен ZAINETDIN, шулай уҡ "Бишбармаҡ" оркестры, - тип хәбәр итте республиканың "Аҡбуҙат" йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге директоры Руслан Фәйзуллин. - Тамашасылар өсөн бай күңел асыу программаһы ҡаралған. Әйтәйек, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, сағыу декорациялы тематик фотозона, билдәле ижади коллективтарҙың сығышы».

Турнирға 5 көн ҡалғас ҡатнашыусылар өсөн йәрәбә һалыу ойошторола. Финал-  сентябрҙә. Бәйгенең дистанцияһы - 2400 метр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Терра Башҡортостан" республика ат-спорт турниры 2019 йылдан алып уҙғарыла. Төп маҡсат - йылҡысылыҡты һәм ат спортын үҫтереү.Турнирҙы республика хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы һәм "Аҡбуҙат" ипподромы ойоштора. 

Һүрәттә: билдәле фермер Алмаз Шөғөровтың еңеүсе Турысайы. Редакция архивынан. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас