

“Аталыҡ даны” миҙалы
Үҙенсәлекле наградаға йыл һайын иң шәп атайҙар лайыҡ була. Быйылғы конкурсҡа документтарҙы Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһына oprb2011@mail.ru электрон адресы буйынса "Аталыҡ даны" ("Отцовская доблесть") тигән яҙыу менән ебәрергә кәрәк. Быйыл был наградаға дәғүә итеүселәрҙең документтарын ҡабул итеү 1 авгусҡа тиклем оҙайтылды.
Был конкурс тураһында тулы мәғлүмәтте уның Положениеһында https://op.bashkortostan.ru/documents/active/341681/ уҡығыҙ.
“Аталыҡ даны” балалар тәрбиәләүсе атайҙарҙы хөрмәтләү, уларҙың ролен йәмғиәт алдында күрһәтеү, мораль яҡтан ярҙам итеү өсөн бирелә. Наградаға сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә шарттар тыуҙыра алған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булған аталар лайыҡ.
Был награданы алыуға шулай уҡ балалары Ватанды һаҡлағанда һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған, хеҙмәт йәки гражданлыҡ бурысын үтәгәндә, яраланыу, контузия алыу сәбәпле вафат булған, күрһәтелгән шарттарҙа ғәрипләнгән йә ауырығу ҡалған, хеҙмәт урынында ғәрипләнгән йәки һөнәри ауырыуға дусар булғандары ла иҫәпкә алына.