Ғаилә йылы
4 Июль 2023, 13:20

Сибай - Аҡъяр юлы ремонтлана!

Юлда йөрөгән ҡеүәтле машина шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. “Ресайклер” (икенсе төрлө “рециклер” тип тә йөрөтәләр) юлды һалғанда һалҡын ресайклинг технологияһын ҡулланғанда йәлеп ителә. Сибай – Аҡъяр юлы нәҡ ошо юл менән һалына ла инде. Был юл нимәһе менән отошло икәнлеген Баймаҡ ДРСУ-һы начальнигының урынбаҫары Александр Пономарев былай тип аңлатты...

Сибай - Аҡъяр юлы ремонтлана!Сибай - Аҡъяр юлы ремонтлана!
Сибай - Аҡъяр юлы ремонтлана!

Аҡъяр – Сибай юлы ремонтлана!

Сибай - Аҡъяр трассаһы – халыҡты айырыуса борсоған юлдарҙың береһе. Шуға күрә был юл, республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса яңы республика программаһына индерелгәйне.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы юл мәсьәләләренә ҡағылышлы кәңәшмәлә ике йыл эсендә бында 60,5 километрлыҡ юлды йүнәтербеҙ, тип белдергәйне.

Һәм халыҡтың үҙәгенә үткән был юлдар Аҡъяр яғынан ремонтлана башланы. Ҡеүәтле техника эшләгән урында Баймаҡ ДРСУ-һы начальнигы Олег Наздрачев менән һөйләштек.

Олег Анатольевич: “Быйыл Баймаҡ, Хәйбулла райондарындағы дөйөм оҙонлоғо 33 километр оҙонлоғондағы өс участканы ремонтлауға 583 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәге әйтелде. Был юлдарҙы яңыртыу республика программаһына индерелде һәм ул республика Башлығының даими контроленә алынған. Эште “Башкиравтодор” компанияһы алып бара (Баймаҡ ДРСУ-һы уның филиалы -авт.). Күреүегеҙсә, ремонтты башланыҡ. Уны икегә бүлеп башҡарасаҡбыҙ. Беренсе этабын октябрь аҙағына тиклем тамамлау маҡсатын алғанбыҙ. Ҡалған 27 саҡрым юл 2024 йылда яңыртыласаҡ”,-тине.

Юлда йөрөгән ҡеүәтле машина шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Ресайклер” (икенсе төрлө “рециклер” тип тә йөрөтәләр) юлды һалғанда һалҡын ресайклинг технологияһын ҡулланғанда йәлеп ителә. Сибай – Аҡъяр юлы нәҡ ошо юл менән һалына ла инде. Был юл нимәһе менән отошло икәнлеген Баймаҡ ДРСУ-һы начальнигының урынбаҫары Александр Пономарев былай тип аңлатты: “Ресайклинг ысулы төҙөлөш материалдарын экономияларға һәм асфальт-бетон япмаһының ныҡлығын тәьмин итергә булышлыҡ итә. Ул юлдың ярылыуына ла ҡаршы тора. Шулай уҡ юл япмаһын колеяларҙан, башҡа төрлө деформациянан һаҡлай. Күреүегеҙсә, тәүҙә фреза эшләнә. Йәғни асфальттың өҫкө ҡаты алына. Был онтаҡ һуңынан юлдың ситен ябыуҙа ҡулланыла. Артабан ресайклер үтә. Был машинаның махсус фрезер барабаны бар. Ул юл ниндәй ҡалынлыҡта булыуға ҡарамаҫтан, уны ҡырҡып, ваҡлап һәм махсус нығытыусы материалдар (цемент, битум) менән болғатып бара. Йәғни, бар ремонт эштәре иҫке юл өҫтөндә, күп булмаған техника ярҙамында башҡарыла. Был бик тә уңайлы һәм экономиялы”.

Ресайклинг технологияһы менән һалынған юл япмаһы хеҙмәтенең гарантия ваҡыты 6-7 йыл.

Шуныһы ҡыуаныслы, артабан яңы юлды оҙағыраҡ һаҡлау өсөн транспорттың ауырлығын һәм ҙурлығын контролдә тотҡан автоматик пункттар ҡуйыласаҡ. Был күптән өлгөргән мәсьәлә. Сөнки беҙҙең юлдарҙы нәҡ ҡеүәтле, ҙур, йөк техникаһы юҡҡа сығара ла.

Башланған эш хәйерле булһын! Күптән көткән юлыбыҙ тиҙерәк һалынып бөтөп, оҙаҡ йылдар көҙгөләй ялтырап ятһын.

Сибай – Аҡъяр юлының төҙөлөшө тураһындағы яңылыҡтарҙы беҙҙең сайтта, төркөмдә һәм гәзиттә уҡып барырһығыҙ.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас