Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Ғаилә йылы
4 Июля 2023, 11:20

Комбайнсылар араһында конкурс!

Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр, шул иҫәптән автомобилдәр тапшырыла.   Беҙҙең районыбыҙҙа ла береһенән-береһе шәп, хеҙмәтен намыҫлы башҡарған комбайнсылар бик күп. Ялан батырҙарыбыҙҙы еңеүселәр араһында түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ. Фото "Һаҡмар" гәзитенең архивынан.

Комбайнсылар араһында конкурс!Комбайнсылар араһында конкурс!
Комбайнсылар араһында конкурс!

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы комбайнсылар араһында конкурс иғлан итте. Ярыш иген йыйыу (18 урын), сөгөлдөр йыйыу (3 урын) комбайндары, үҙ йөрөшлө сапҡыс (3 урын) операторҙары, йөк машиналары водителдәре (2 урын), туңға һөрөү механизаторҙары (4 урын) араһында үткәрелә. Номинациялар техниканың төрҙәренә ҡарап билдәләнгән.

Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр, шул иҫәптән автомобилдәр тапшырыла.  

Беҙҙең районыбыҙҙа ла береһенән-береһе шәп, хеҙмәтен намыҫлы башҡарған комбайнсылар бик күп. Ялан батырҙарыбыҙҙы еңеүселәр араһында түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Фото "Һаҡмар" гәзите архивынан - Ураҡ - 2022

Азамат Мөхәмәтшин фотоһы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас