Ғаилә йылы
30 Июнь 2023, 11:13

Түңгәүер ырыуы йыйыны дауам итә

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Түңгәүер ырыуы йыйыны дауам итә. Әлеге минуттарҙа халыҡ ижади үҙәгендә "Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә үҫеп килгән йәш быуынға түңгәүер ырыуының шәхестәре нигеҙендә рухи байлыҡ, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү" фәнни-ғәмәли конференцияһы башланды. Йыйынға Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла, Күгәрсен, Йылайыр райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан килгән түңгәүерҙәр ҡатнаша. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, түңгәүер ырыуы ҡор башы Хөрмәт Үтәшев һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар президиумға күтәрелде. Йыйын түңгәүер ырыуының гимнын башҡарыу һәм флагын индереү менән асыҡ тип иғлан ителде. - Борон-борондан ырыуҙар бергә йыйылып фекер алышыр, кәңәшләшер булған, - тине Фәнис Әминев. - Бөгөн дә ошо матур йола дауам итә. Шундай ҙур йыйындың тап Баймаҡ ерендә үтеүенә бик шатбыҙ. Түңгәүер ырыуы ҡор башы Хөрмәт Үтәшев баймаҡтарға йыйынды уҙғарыуға тос өлөш индергәндәре өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Йыйын үҙ эшен дауам итә. Алда әле бик етди һәм мөһим һөйләшеүҙәр тора.

Түңгәүер ырыуы йыйыны дауам итә
Түңгәүер ырыуы йыйыны дауам итә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас