Ғаилә йылы
28 Июнь 2023, 14:30

Йомаштар яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне

Сауаптары насип булһын! Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн мөбәрәк Ҡорбан  байрамы көнөндә Йомаш ауылы гөрләп торҙо. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Арслан Айҙар улы Иҫәнов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышлап, ҡорбанға һыйыр малы салды. Уның әсәһе, Йомаш ауылының "Ағинәйҙәр" йәмғиәте рәйесе Зифа Аҡназар ҡыҙы үҙенең ағинәйҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, "Серҙәштәр" ансамбле ағзалары һәм ауылдың  уңған хужабикәләре менән берлектә ит быҡтырып, банкаларға япты. Күмәк көс менән йөҙҙән ашыу банка күстәнәс әҙерләнде.

Был сауаплы эш барыбыҙҙы ла берләштерҙе: кем ит тураны, кем уларҙы быҡтырҙы, кем банкаларҙы стиреләштерҙе... Шуныһы һөйөндөрҙө: ир-егеттәр ҙә бындай эштән ситтә ҡалманы.

Ҡорбан байрамы уңайы менән ҡылған изгелектәрегеҙ мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын. Күстәнәстәр яҡташтарыбыҙға барып етеп, көс-дәрт, ғәйрәт өҫтәһен. Уларҙың тиҙерәк, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Сауаплы был эштә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарыма, айырыуса Арслан Айҙар улына, Зифа Аҡназар ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Изге эштәрегеҙ һеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, ныҡлы сәләмәтлек, донъялар именлеге теләйем.

Хәҙисә Райманова,

Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

 

Йомаштар яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне
Йомаштар яугирҙәргә күстәнәс әҙерләне
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас