

Уңғандар беҙҙең арала
Күңелдәрҙе нурландырыр ғаилә
Эшһөйәр, дәртле, иманлә йәш ғаиләләр – тыуған еребеҙҙең ныҡлы нигеҙе лә, өмөтлө киләсәге лә. Иҫке Сибай ауылында йәшәгән Гөлнара һәм Ринат Ибраһимовтар тураһында ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев аша ишеттем. “Шул тиклем уңған, әммә үтә лә баҫалҡы пар. Ғаилә башлығының Иҫке Сибай өсөн генә түгел, ә районыбыҙ мәнфәғәтенә башҡарған эштәре бихисап. Тик үҙен күрһәткәнде өнәп еткермәй”,-тине Сибай Сәмиғулла улы.
Әҙәм балаһын ризыҡ йөрөтә, тиҙәр. Беҙ ҙә, насип булғас, иртәнге сәғәттәрҙә, Ибраһимовтарҙың ҡотло йортона аяҡ баҫтыҡ. Ринат Ибраһимовтың көсө менән таш түшәлгән яңы урамдан үтәбеҙ. Бында яңы-яңы өйҙәр ҡалҡытҡан йәш ғаиләләр йәшәй. Ибраһимовтарҙың ике ҡатлы йортона ла төкәтмә һуғылған. Ишек алдында барыһы ла үҙ урынында, баҡсала миҙгелгә ярашлы бар йәшелсә-емеш гөрләп үҫә. “Ниндәй ҙур, матур йортоғоҙ!”-тип һоҡланам. Йорт хужаһы: “Төҙөлөш бара ғына әле. Ә ҙурлығына килгәндә, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ бик күп. Уларҙы бер юлы, бер табын артында йыйыу өсөн бына ошо төкәтмәне һала башланым”,- тине йылмайып.
Эйе, сығышы менән Сыңғыҙ ауылынан булған, хәҙер ике тиҫтә йылға яҡын Иҫке Сибайҙа йәшәгән Ринат Ибраһимовтың оҫта ҡулдарына күҙҙәр генә теймәһен. Ул барыһын да үҙе эшләй, төҙөй, һала. “Әлбиттә, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булған туғандарым, дуҫтарым булыуы менән дә бик бәхетлемен”,-ти ул.
“Башмедь”тың “Юбилей” ЯСЙ-һында төҙөлөш мастеры булып эшләгән Ринат Ибраһимовты алһыҙ-ялһыҙ эшләп, ғаиләһе өсөн генә түгел, ә тыуған районының үҫешенә лә тос өлөш индергән, мохтаждарға ярҙамға ашыҡҡан ғәжәйеп кешеләр исемлегенә индерер инем. “Юл таҙартырғамы, таш түшәргәме, ағастар ултыртырғамы, төрлө өмәләргә булһынмы – Ринат һәр саҡ алда йөрөй. Әлеге ваҡытта мәсетебеҙгә төкәтмә төҙөү эштәрен етәкләй. Мәсеткә балаҫ, башҡа кәрәк-яраҡтарын алып бирҙе. Мин белмәгән тағы әллә күпме эштәре бар әле уның”,-тине Сибай Сәмиғулла улы ауылдашы менән ғорурланып.
Ринат Ибраһимов тыуған ауылы, районы, яҡташтары өсөн башҡарған эштәре тураһында башланған һүҙҙе икенсегә борорға ашыҡты. “Уң ҡулың нимә эшләгәнен һул ҡулың белмәһен. Нимәләр башҡарһам да, уны кемгәлер күрһәтер өсөн эшләмәйем”,-тип кенә ҡуйҙы ул.
Ҡотло һәм заманса зауыҡлы итеп йыһазландырылған йорт эсендә беҙҙе мөләйем йылмайып Гөлнара Ибраһимова ҡаршы алды. Йорт хужабикәһе әйҙүкләп, ихлас йылмайып шыжлап ҡайнап ултырған самауыры янына саҡырҙы. Ибраһимовтарҙың Гүзәлиә, Ибраһим, Мәҙинә, Абдул-Азиз исемле балалары үҫә. Иманлы ғаиләнең йортонда ҡот уйнаған кеүек, үҙҙәренең дә йөҙҙәренән нур бөркөлөп тора. Гөлнаранан: “Дингә кемегеҙ беренсе булып килде?”-тип һорайым. “Иптәшем бала сағынан тиерлек диндә. Уға иманға ынтылыу өләсәһенән килгән. Мәҙинәбеҙ беренсе класҡа барғанда уҡ мәктәпкә яулыҡ ябынып барыу теләге менән яныуын белдерҙе. Гүзәлиәбеҙ ҙә дин юлына күсте. Әлеге көндә уға 16 йәш һәм ҡыҙыбыҙ туғаныбыҙ менән бергә хажға юл алды. Шуға бик бәхетлебеҙ”,-тип шатлығы менән уртаҡлашты хужабикә.
Тормош иптәше күберәк ситтә эшләгәс, өҫтәүенә ял көндәрендә төрлө төҙөлөш эштәрен башҡарғас, донъяны күберәк Гөлнара һәм балалар алып бара. Бынан тыш әсә кеше ҡыҙҙарын һәм улдарын инглиз, ғәрәп телен өйрәнеү курстарына алып йөрөй, малайҙар төрлө спорт төрҙәре менән етди шөғөлләнә. Спортҡа һөйөүҙе уларҙың күңеленә атаһы һалған. Матур ғаиләгә һоҡланып ҡарап: “Үҙегеҙ ҙә ҙур төҙөлөш алып бараһығыҙ, өҫтәүенә ауылығыҙға ла, башҡаларға ла ярҙам итеп өлгөрәһегеҙ. Ауырҙыр бит?”-тип һорайым. Ибраһимовтар йылмайып: “Юҡ, кешегә ысын күңелдән ҡылған изгелегең, саҙаҡаларың үҙенә унлата әйләнеп ҡайта бит ул. Хоҙай Тәғәләнән һорарға кәрәк. Ул һорағанды ярата һәм үтәй. Әгәр ниндәйҙер хыялығыҙ үтәлмәй ҡала икән, тимәк, шулай тейеш булған, ул һеҙгә хәйерлегә генә булыр. Шөкөр итеп йәшәй белергә кәрәк. Ашарыңа – икмәгең, йоҡларға өйөң бар икән, һин – бәхетле”,-тине.
Ибраһимовтар халыҡҡа, бигерәк тә балаларға матур дини тәрбиә биргән имам-хатип Айнур Буранғоловҡа ла оло рәхмәтен еткерҙе. “Беҙҙең мәсеткә кеше бик күп йөрөй. Бигерәк тә иман юлындағы йәштәр, балаларҙың артҡандан – арта барыуы һөйөндөрә”,-тине улар.
Ислам динендә бүләкте көн дә бирергә була. Был һиңә сауап ҡына була. Шуға күрә Ринат Ибраһимовтың эштән ҡайтҡан һайын машинаһын шарҙар менән биҙәп, Гөлнараһына ҙур-ҙур гөлләмәләр тотоп ҡайтҡанына ауылдаштары күнегеп бөткән. Күстәнәс-тәмлекәстәрен тейәгән аталарын балалары ла түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки атайҙары атта ла йөрөргә өйрәтә, футбол уйнарға ла сығара, коньки-саңғыға ла баҫтыра. “Әллә нимәләр эшләге, донъялар атҡарып йәшәге килә, тик ваҡыт етмәй китә шул. Иң ҙур хыялдарымдың береһе – ҡорбандар салып, бар Иҫке Сибай ауылын ҡунаҡҡа саҡырырға ине”,-тип күңел донъяһын аса биреп ҡуйҙы Ринат Ибраһимов.
Бәхетле парҙың һөйләгәндәрен тыңлағандан – тыңлағы ғына килә. Уларҙың донъяға үҙҙәренә генә хас ҡарашы бар. Дини яҡтан да бик бай, фәһемле һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән уртаҡлаштылар. Шулай ҙа иң һоҡландырғаны – һәр һүҙҙәренә изгелек нурҙары һалыныуы. “Беҙҙең урамда шул тиклем шәп йәш ғаиләләр йәшәй. Йомошоңдо йомошлауға ла һәйбәттәр, бергәләшеп өмәләргә лә сығабыҙ”,-ти Ибраһимовтар.
Шундай һоҡланғыс пар менән аралышыуҙан күңел нурланып, уларҙың бәхетенә ел-ямғыр теймәй, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәүҙәрен теләп ҡайттыҡ. Ринат Ибраһимовтың “ғаиләм, диндәштәрем, ауылым, тыуған ерем” тип янып йәшәүе һәм улар өсөн көсөн йәлләмәй эшләүе, тормош иптәшенә ныҡлы терәк булған Гөлнараның йәшәйеше күптәргә үрнәк. Бәхетле ғаиләнең бар яҡты хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.