Ғаилә йылы
14 Июнь 2023, 10:10

Иң-иңдәр билдәләнде

Йыл һайын республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмалары араһында эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә йүнәлтелгән "Һөнәре буйынса иң яҡшы" конкурсы үткәрелә. Ул райондарҙа ла үтә. Үҙ эшенең оҫтаһы булған Фәниә Усманова беренсе урын яуланы! Ҡотлайбыҙ!  Әбйәлил, Хәйбулла, Белорет, Ейәнсура райондары, Баймаҡ, Учалы, Сибай ҡалалары араһындағы команда ярышында баймаҡтар беренсе урынды яуланы. Афарин!

Иң-иңдәр билдәләндеИң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде

Йыл һайын республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмалары араһында эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә йүнәлтелгән "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы" конкурсы үткәрелә. Был сара райондарҙа ла үтә.

Бөгөн Баймаҡ агросәнәғәт колледжына Әбйәлил, Хәйбулла, Белорет, Ейәнсура райондары, Баймаҡ, Учалы, Сибай ҡалаларының ошо өлкәлә эшләгән эшсәндәре йыйылды. Улар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте. Артабан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә эшләүселәр үҙ-ара ярышты. Һәр кемдең үҙ эшенең оҫтаһы икәненә, ҡулдарында эш уйнап ҡына тороуына һоҡланып ҡараныҡ.

Команда ярыштары араһында баймаҡтар беренсе урынға сыҡты! Афарин!

Был үҙенсәлекле конкурс тураһында репортажды "Һаҡмар"ҙың ошо аҙналағы һанында уҡырһығыҙ.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас