Ғаилә йылы
13 Июнь 2023, 09:35

ТЫУҒАН ИЛ ҺАҒЫНА БАҪЫРҒА ӘҘЕРМЕН

Хәйер, бының шулай буласағын Хрущев заманындағы амнистия аңғартып, күңелгә шөбһә һалып ҡуйғайны. Сөнки был амнистия беҙҙең илгә ҡарата Көнбайыш Украинала, Балтика буйында вәхшилек ҡылған, беҙҙең халыҡты язалап үлтергән, төрлөсә мыҫҡыл иткән нацистарҙың ҡалдығы, ҡан эскес террорсылар “Лесные братья” кеүек яһилдарға, бендеровсыларға ла ҡағылды. Бына шулай һаҡланып ҡалды фашизм беҙҙең илдә. Амнистияға эләгеп, ғәҙел хөкөмдән ҡасып ҡалып, улар үҙҙәренең вәхши идеологияһын аҫтыртын рәүештә дауам итте, йылдар дауамында хатта дәүләт структураларына үтеп инде. Шуға күрә Еңеүҙе ҡәҙерләп һаҡлаған, яугирҙәрҙе ихтирам иткән юғары идеологияларыбыҙ 90-сы йылдарҙа аяҡ аҫтына һалып тапалды. Артабан дошмандар хаттин ашып Украинала, Балтика буйында 9 майҙа орден-миҙалдарын балҡытып урамға сыҡҡан Еңеү һалдаттары – ветерандарҙы мыҫҡыл итә башланы. Унан нацизмды инҡар иткән, тыныс йәшәп ятҡан Донбасс халҡын утҡа тоттолар, үлтерҙеләр...

ТЫУҒАН ИЛ ҺАҒЫНА БАҪЫРҒА ӘҘЕРМЕНТЫУҒАН ИЛ ҺАҒЫНА БАҪЫРҒА ӘҘЕРМЕН
ТЫУҒАН ИЛ ҺАҒЫНА БАҪЫРҒА ӘҘЕРМЕН

Тыуған ил һағына баҫырға әҙермен

Баймаҡ районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы, республикабыҙҙың билдәле шәхесе Рим Әшрәф улы Сырлыбаевтың мөрәжәғәтенән:

- Беҙ – һуғыш балалары – илебеҙгә тағы ла ошондай афәт янар тип башыбыҙға ла килтермәгәйнек. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы ауыр йылдарҙа, илде тергеҙеү өсөн йәше-ҡарты, атларға өйрәнгән балаһы ла -барыбыҙ берҙәм көс һалдыҡ. Тамағыбыҙ – икмәккә, өҫтөбөҙ кейемгә туйғансы күпме ваҡыт үтте! Һуғыш ауырлығын, ул тамамланғас та күпме йылдар татыныҡ.

Нацизм ҡалдығы тағы ҡалҡып сығыуы ауыр уйҙарға һала. Беҙ ейәндәребеҙгә тағы ла фашистарға ҡаршы сығырға тура киләсәк, тип башыбыҙға ла килтермәй инек. Хәйер, бының шулай буласағын Хрущев заманындағы амнистия аңғартып, күңелгә шөбһә һалып ҡуйғайны. Сөнки был амнистия беҙҙең илгә ҡарата Көнбайыш Украинала, Балтика буйында вәхшилек ҡылған, беҙҙең халыҡты язалап үлтергән, төрлөсә мыҫҡыл иткән нацистарҙың ҡалдығы, ҡан эскес террорсылар “Лесные братья” кеүек яһилдарға, бендеровсыларға ла ҡағылды. Бына шулай һаҡланып ҡалды фашизм беҙҙең илдә. Амнистияға эләгеп, ғәҙел хөкөмдән ҡасып ҡалып, улар үҙҙәренең вәхши идеологияһын аҫтыртын рәүештә дауам итте, йылдар дауамында хатта дәүләт структураларына үтеп инде. Шуға күрә Еңеүҙе ҡәҙерләп һаҡлаған, яугирҙәрҙе ихтирам иткән юғары идеологияларыбыҙ 90-сы йылдарҙа аяҡ аҫтына һалып тапалды. Артабан дошмандар хаттин ашып Украинала, Балтика буйында 9 майҙа орден-миҙалдарын балҡытып урамға сыҡҡан Еңеү һалдаттары – ветерандарҙы мыҫҡыл итә башланы. Унан нацизмды инҡар иткән, тыныс йәшәп ятҡан Донбасс халҡын утҡа тоттолар, үлтерҙеләр.

Бөгөнгө фашистар, тотош НАТО илдәренең һөсләтеүе буйынса, хәҙер инде Рәсәйгә ташланды. Көндәлек тормошобоҙҙоң иң ҡурҡыныс күренеше – дошмандарҙың беҙҙең араға үтеп инеүе. Шуға күрә көнбайыш илдәрҙең ҡара уйҙарын алға һөрөп, ҡотҡо таратыусыларҙың һүҙҙәренә ышанмағыҙ, инҡар итегеҙ, был йәһәттән аңлатыу эше алып барығыҙ, зинһар! Йәштәр, балалар илебеҙгә ҡаршы алып барылған мәғлүмәт һуғышы ҡорбандарына әүерелмәһен! Әйтеп үтеүемсә, дошмандарҙың беҙҙең араға үтеп инеүе хәлде үтә лә ҡатмарлаштыра. Шуға күрә уларҙы күрә, асыҡлай белергә һәм закон алдына баҫтырырға кәрәк.

Ҡәҙерле яҡташтарым, ут эсендә йөрөгән уландарыбыҙ! Илебеҙгә ауырлыҡ айырым килә алмай, ул беҙҙең дөйөм йортобоҙҙоң уртаҡ бәләһенә әүерелә. Шуға күрә бар көсөбөҙҙө туплап, берҙәм булып, нацистарҙы дөмөктөрәйек! Фашизмдың ҡот осмалы идеологияһы мәңгелеккә ер йөҙөнән юҡҡа сыҡһын! Ер шары халыҡтары үҙ-ара татыу йәшәһен, балалар етем ҡалмаһын, күк йөҙө мәңге аяҙ булһын!

Беҙ – һуғыш балалары, атайҙарыбыҙ яулаған Еңеүҙе хәҙерге быуын һаҡлап ҡаласағына ныҡлы ышаныс белдерәбеҙ. 85 йәшем тулыуға ҡарамаҫтан, мин дә Тыуған илебеҙ һаҡсылары сафына баҫырға һәр саҡ әҙермен. Минең яныма һәр һуғыш балаһы ла баҫасағын яҡшы беләм.

Башҡорт батальондарының, Рәсәй Армияһының Ватаныбыҙҙың көс-ҡеүәтен сираттағы мәртәбә бар донъяға күрһәтеп, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтөп ҡалам.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас